Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан 2030 йылға аҙ тәьмин ителгән кешеләр һанын ике тапҡырға ҡыҫҡартыу бурысы ҡуйылғайны. Был юҫыҡта башҡарылған комплекслы эштәр, тормошҡа ашырылған контракттар, адреслы социаль ярҙам мөһим бурысты үтәүгә ниндәй өлөш индергән? Ғөмүмән, халыҡ дәүләт ярҙамын үҙенең көндәлек тормошонда тоя алғанмы?
Мохтаждарға ярҙам буласаҡ
Республика 2020 йылда граждандарҙың реаль килемен күтәреүгә һәм ярлылыҡ кимәлен ике тапҡырға кәметеүгә йүнәлтелгән пилот төбәктәр исемлегенә индерелде. Был бурысты тормошҡа ашырыу аҙ килемле ғаиләләргә, яңғыҙ йәшәгән граждандарға (йән башына тура килгән уртаса килемдәре төбәктәге йәшәү минимумынан кәм булған осраҡта) социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам күрһәтеүҙе күҙ уңында тотто. Бындай ярҙам төрө 2014 йылдан алып республика бюджеты средстволары иҫәбенә башҡарылды.
Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова яңыраҡ Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә сығыш яһап, башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһаны һәм алдағы бурыстарҙы билдәләне. Уның әйтеүенсә, 2021 йылда социаль контракт нигеҙендәге адреслы социаль ярҙам программаһы буйынса эшкә урынлашмаған кешеләргә социаль контракт төҙөлгәндән һуң ай дауамында һәм эшкә урынлашҡандан һуң өс ай буйына 10 641 һум аҡса түләнгән. Шәхси эшҡыуарҙарға 250 мең һум күләмендә ярҙам күрһәтелгән. Ә ярҙамсы хужалыҡ эйәләренә –10 мең һумға тиклем. Шулай уҡ ауыр тормош хәленә юлыҡҡан кешеләргә ярты йылға тиклем 10 641 һум күләмендә айлыҡ түләүҙәр бирелгән.
2021 йылда, федераль һәм республика закондарына индерелгән үҙгәрештәрҙе иҫәпкә алып, программа дүрт йүнәлештә тормошҡа ашырылған: эш эҙләү, шәхси эшҡыуарлыҡты үҫтереү, шәхси ярҙамсы хужалыҡты алып барыу һәм ауыр тормош хәленән сығыуға йүнәлтелгән саралар. Министрҙың билдәләүенсә, былтыр федераль бюджеттан финансланған “Шәхси ярҙамсы хужалыҡты алып барыу” өр-яңы йүнәлеш булды. Уға ярашлы, төп шартты үтәгән, һалым түләүсе сифатында теркәлгән кешеләргә 100 мең һумға тиклем бер тапҡыр бирелеүсе түләүҙәр ҡаралды.
Адреслы социаль ярҙам ғәмәлдә ҡала
Эшҡыуарлыҡ йүнәлеше халыҡта һәр саҡ ҡыҙыҡһыныу уята. Айырыуса һыйыр малы, башҡа вағыраҡ мал-тыуар үрсетергә теләгәндәр күп, страховка эшмәкәрлеге, матурлыҡ салондары асыу, автомобиль оҫтаханалары, пекарня, сәғәт ремонтлау һәм башҡа шөғөлдәргә тотонорға уйлағандар етерлек. “Былтыр 2020 йылда рәсмиләштерелгән контракттарҙың срогы сыҡты. Улар һөҙөмтәле булды, граждандарҙың 97 проценты башлаған эшҡыуарлыҡ эшен дауам итә, 71 проценты килемдәрен ике тапҡырҙан да ашыуға арттыра алды”,– тине министр. Үткән йылда 5 102 социаль контракт төҙөлөп, уға 20 меңдән ашыу кеше йәлеп ителгән. Әлбиттә, был эште күмәк көс менән башҡарырға тура килгән, муниципаль район һәм ҡала округтары хакимиәттәре халыҡ менән яҡындан аралашып, даими аңлатыу эштәре алып барып, һөҙөмтәгә өлгәшкән. Яҡшы күрһәткестәргә ирешкән биләмәләрҙе лә атайыҡ: Әбйәлил, Баҡалы, Бөрө, Бөрйән, Дыуан, Иглин, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Туймазы райондары һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Өфө ҡалаһының Октябрь районы алдынғылар рәтендә.
Ленара Иванованың әйтеүенсә, быйыл да эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә йүнәлтелгән социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам өҫтөнлөк менән файҙаланасаҡ. Консультация ярҙамы һәм эшҡыуарлыҡ күнекмәләренә өйрәтеү эшенә “Минең бизнес” үҙәктәре йәлеп ителәсәк. Был йүнәлеш айырым эшмәкәрлек төрҙәренә лицензия алыу мөмкинлеге менән киңәйтеләсәк. Әгәр элек ярҙам һалым органында теркәлмәгән эшҡыуарҙарға ғына күрһәтелһә, хәҙер эшләгән эшҡыуарҙар ҙа социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам алыуға иҫәп тота ала.
“Әлегә борсолорға урын юҡ”
Хәҙерге ҡатмарлы иҡтисад шарттарында эш эҙләүе һәм күңелеңә ятҡан һөнәрҙе табыуы ауыр мәсьәлә. Республикала сит илдәр ҡатнашлығындағы предприятиеларҙың бер-бер артлы ябылыуын ишетәбеҙ, яҡындарыбыҙҙың яҙмышын уйлап борсолабыҙ, уйланабыҙ. Унда эшләгән меңәрләгән хеҙмәткәрҙәргә ҡайҙан эш табырҙар икән? Эшһеҙҙәрҙе ниндәй ауырлыҡтар көтә?
Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова Башҡортостан Хөкүмәтенең “Бәйләнештә” селтәрендә тура эфирҙа ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап бирҙе. Был мәсьәләләрҙең һәр ғаиләгә ҡағылыуы һәм эшкә һәләтле йәштәге һәр кемде ҡыҙыҡһындырыуы ихтимал.
– Әлегә хеҙмәт баҙарындағы хәл сағыштырмаса тотороҡло, тыныс. Беҙ хәлде даими контролдә тотабыҙ, көрсөккә ҡаршы план төҙөйбөҙ. Бер предприятие ла ликвидация, штатты ҡыҫҡартыу тураһында һүҙ сығарманы бит әле, бары сауҙа компанияларының, туҡланыу предприятиеларының эшмәкәрлектәрен бер нисә айға туҡтатып тороуы, ялға ебәреүе хаҡында ишетәбеҙ. Хеҙмәт кодексы буйынса, эштән туҡталыу осоронда тариф ставкаһының, окладтың өстән ике өлөшөнән дә кәм булмаған күләмендә эш хаҡы түләнергә тейеш. Хеҙмәткәрҙең эш хаҡы һаҡланмаған көйөнә ялға китеүе дөрөҫ түгел. Тағы ла өсөнсө вариант бар – штатты ҡыҫҡартыуға бәйле эштән бушатыу. Беренсе вариант барыһынан да элек ысынбарлыҡҡа яҡыныраҡ, – тип белдерҙе Ленара Иванова. – Шулай ҙа мәсьәләнең ҡатмарланып китмәүе өсөн бөтә сараларҙы күрәбеҙ, бына ике аҙна инде хеҙмәт баҙарына ҡағылған бөтә мәғлүмәтте туплайбыҙ, кем бөгөн ситтән тороп эшләй, кем эш эҙләй, кем эштән киткән – барыһы хаҡында ла хәбәрҙарбыҙ. Илдә “Работа в России” порталы эшләүен күптәр беләлер, ул – бөтә төбәктәрҙе үҙ эсенә алған хеҙмәт баҙары картаһы. 2022 йылдың 1 ғинуарынан бөтә эш биреүселәр (эшсе һаны 25-тән артҡан хәлдә) мотлаҡ унда вакансияларҙы урынлаштырырға тейеш, ә эш эҙләүселәр ҡайҙа, кем булып эшләргә теләген белдереп, резюмеларын ебәрә.
Министр хеҙмәт хоҡуҡтарын боҙоу һәм башҡа мәсьәләләр буйынса һорауҙар, дәғүәләр булыу ихтималлығын яҡшы аңлай. Республика халҡы Дәүләт хеҙмәт инспекцияһының “ҡыҙыу линия”һына 9 сәғәттән 21 сәғәткә тиклем шылтырата ала: 7(347) 277-87-02 . Бынан тыш, республикала “Объясняем.Башкортостан” электрон ресурсы эшләй, халыҡ үҙен борсоған бөтә һорауҙарын бирә ала. Шулай уҡ Мәшғүллек үҙәгенең интерактив порталында вакансиялар менән танышырға мөмкин.
Ашнаҡсылар, тегенселәр, һеҙ ҡайҙа?
Әлеге ваҡытта республика вакансиялар банкында 48 мең вакансия бар. Хеҙмәт хаҡы йәшәү минимумынан юғары булған вакансиялар 97 процент тәшкил итә. Буш эш урындарының күбеһе, 67 проценты, эшселәр өсөн. Ленара Хәким ҡыҙы әйтеүенсә, республиканың туҡланыу предприятиеларына 630 ашнаҡсы, 200 официант, 90 һауыт-һаба йыуыусы, 300 кухня хеҙмәткәре талап ителә. “Алға” айырымланған иҡтисади зоналағы “Аркада” тегеү фабрикаһына 500 тегенсене ҡайҙан табырға? Әгәр һеҙҙә ундай теләк бар икән, рәхим итегеҙ, телефон номеры түбәндәгесә – 8-917-408-17-14.
Бынан тыш, водитель, токарь, слесарь, иретеп йәбештереүсе, менеджер, һатыусы һөнәрҙәренә эйә булыусыларға ҙур мохтажлыҡ бар. Инвалидтар өсөн эш урындары әҙерләгән эш биреүселәрҙе субсидиялау, инвалидтарҙың йәмәғәт ойошмалары предприятиеларында эш урындарын һаҡлауға һигеҙ айға тиклем компенсация, стажерҙар өсөн матди ярҙам саралары булдырылған.
Министрҙың әйтеүенсә, республиканың һәр предприятиеһы һәм ойошмаһындағы хәл күҙәтелеп торола, Мәшғүллек үҙәктәре өҫтәмә профессиональ белем алыу программаларын тормошҡа ашыра, әгәр кәрәк икән, кешеләр башҡа һөнәрҙәргә уҡытыласаҡ һәм башҡа эш тәҡдим ителәсәк, йәмәғәт эштәренә йәлеп итеп, эш хаҡы түләү мөмкинлеге лә бар.
Динә Арыҫланова.