Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаровтың сәхифәһенән:
“Вәғәҙә иткәнемсә, бөгөн Күп йүнәлешле үҙәккә барып, бизнесҡа хеҙмәт күрһәтеү сифатын тикшерҙем.
Беҙ уны эшҡыуарҙарға ғәмәлдәге һәм өр-яңы ярҙам саралары буйынса консультация биреү “тәҙрә”һе менән тулыландырҙыҡ. Консультанттарға һорау бирҙем, шулай уҡ хеҙмәтләндерелгән йүнсел менән аралаштым.
Дөйөм алғанда, эш яйға һалынған, халыҡҡа мәғлүмәт еткерелә, әммә ул тағы ла һөҙөмтәлерәк булһын өсөн бер нисә мәсьәләне хәл итергә ҡуштым. Бизнестың проблемалары хаҡында хәбәрҙарбыҙ, уларҙы яйға һалыу йәһәтенән эш алып барабыҙ. Күп йүнәлешле үҙәк офистарындағы консультацияларға, әйткәнемсә, бизнес берләшмәләрен дә йәлеп иттек. Улар 62 хеҙмәт төрө буйынса ярҙам итергә әҙер. Мәсьәлә тәғәйен юҫыҡҡа ҡағылһа, уларҙы Республикаға идара итеү үҙәге белгестәре һәм төбәк ведомстволары менән берлектә хәл итә. Шуға күрә эшҡыуар проблеманың мотлаҡ хәл ителеүенә ышана ала”, – тип яҙҙы Андрей Назаров.
Фото: vk.com/wall555400080_173
Сығанаҡ: vk.com/wall555400080_173