Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
22 Март 2022, 22:00

Гәзит-журналдар субсидия аласаҡ

Конкурс йомғаҡтары буйынса комиссия Башҡортостан матбуғат баҫмаларының 39 миллион һумға торошло 93 проектын хуплаған.

Гәзит-журналдар субсидия аласаҡ
Гәзит-журналдар субсидия аласаҡ

Йыл һайын Рәсәй Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығында киң мәғлүмәт саралары өлкәһендә социаль йәһәттән әһәмиәтле проекттарға субсидиялар бүлеү буйынса конкурс үтә.

Рәсәй Һанлы үҫеш министрлығының баҫма киң мәғлүмәт саралары өлкәһендә субсидиялар биреү буйынса конкурс комиссияһының беренсе ултырышында эксперт советы федераль, төбәк һәм урындағы баҫмаларҙың 2021 йылдың 1 декабренән 2022 йылдың 9 ғинуарына тиклем "Дәүләт хеҙмәттәре" порталы аша ебәргән 893 ғаризаһын ҡараны.

Быйыл Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралары 100-гә яҡын ғариза тапшырған һәм Татарстан, Тамбов өлкәһе менән бер рәттән тәҡдим ителгән проекттар һаны буйынса тәүге өсәү иҫәбенә ингән.

Эксперттар милли баҫмаларҙың проекттарын юғары баһалаған, уларҙың туған телдә һанлы контент булдырыуға һәм уны социаль селтәрҙә танытыуға йүнәлтелеүен айырып билдәләгән. "Башҡортостан" республика гәзитенең, татар телендәге "Тәтешле хәбәрләре" район гәзитенең һ.б. проекттары ҡыҙыҡлы темаһы менән иғтибар йәлеп иткән.

Быйыл конкурс комиссияһы Рәсәйҙең 54 төбәге баҫмаларынан дөйөм суммаһы 271,7 миллион һумға торошло 600-ҙән ашыу социаль әһәмиәтле проектты хуплаған. Шулай уҡ федераль статусҡа эйә баҫмаларҙан дөйөм суммаһы 53,7 миллион һум тәшкил иткән 67 социаль әһәмиәтле проект ыңғай баһа алған. Субсидия алыусылар иҫәбенә милли телдә нәшер ителгән 67 баҫма, шулай уҡ балалар һәм үҫмерҙәр өсөн 26 ваҡытлы матбуғат ингән.

Конкурс йомғаҡтары буйынса комиссия Башҡортостан Республикаһы матбуғат баҫмаларының 39 миллион һумға торошло 93 проектын хуплаған. Улар иҫәбендә 23 республика һәм 70 ҡала һәм район гәзите бар.

Фото: Башҡортостан Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: