Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республика мәктәптәрендә туҡланыуҙы ойоштороуҙың Стратегик башланғыстар агентлығы үткәргән конкурста иң яҡшы булараҡ билдәләнгәне тураһында яҙҙы.
“Беҙ балаларыбыҙҙы сифатлы туҡланыу менән тәьмин итеү йәһәтенән ныҡышмалы һәм эҙмә-эҙлекле эшләнек. Һәм бына һөҙөмтә: Стратегик башланғыстар агентлығы үткәргән конкурстың “Һаулыҡты бала саҡтан һаҡлау” номинацияһында беҙҙең республика мәктәптәрендә туҡланыуҙы ойоштороу кимәле иң яҡшыһы булараҡ билдәләнде. Конкурсҡа илдең 63 төбәгенән 532 ғариза алынған.
Ысынлап та, был йүнәлештә байтаҡ эш башҡарылды. Туҡланыуҙың сифаты артты, урындағы етештереүселәрҙең тауарҙары тәшкил иткән өлөш күбәйтелде, был өлкәгә аҡса йүнәлтергә әҙер булған инвесторҙар барлыҡҡа килде.
Мәктәптә туҡланыу реформаһына тотонған саҡта, мин уны Рәсәйҙә иң яҡшылар рәтенә сығарыу бурысын ҡуйғайным. Эксперттарҙың юғары баһаһы ҙур ҡиммәткә эйә. Әммә беҙҙең өсөн иң мөһиме, әлбиттә, – балаларҙың һәм ата-әсәләрҙең фекере. Кешеләрҙән ялыуҙар кәмене: социаль селтәрҙәрҙә мәктәп туҡланыуына бәйле мөрәжәғәттәр бер йыл эсендә ете тапҡырға аҙайҙы. Шул уҡ ваҡытта мәктәптәрҙә балаларҙы йылы аш менән тәьмин итеү күрһәткесе арта, был да – мөһим ҡаҙаныш.
Етешһеҙлектәр ҙә бар әле, улар өҫтөндә эшләйбеҙ”, - тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Текст һәм фото сығанағы: vk.com/wall413272232_775535