Күптән түгел районыбыҙҙың “Династия” медицина үҙәге директоры, юғары категориялы табип-невролог, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы Лилиә Ғәфиф ҡыҙы Ҡаһирова XXV Бөтә Рәсәй “Ҡатын-ҡыҙ-йыл директоры” конкурсының төбәк-ара этабында еңеү яуланы. Ул бәйгенең “Ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу өсөн” номинацияһында диплом менән бүләкләнде.
Лилиә Ғәфиф ҡыҙы — Ҡаһировтар, Әхкәмовтарҙың табиптар династияһы вәкиле. Династияға нигеҙ һалыусылар — Йәзилә Хәтмулла ҡыҙы Әхкәмова һәм Фәнүзә Зәки ҡыҙы Ҡаһирова.
Лилиә Ғәфиф ҡыҙының әсәһе, Йәзилә Хәтмулла ҡыҙы, бала сағынан медицина өлкәһендә эшләргә ынтылған. Атаһы фронтта һәләк булған, сабый сағы – һуғыш, үҫмер ваҡыты һуғыштан һуңғы ауыр йылдарға тура килгән, һөнәр алырға мөмкинлек булмаған. Мәктәпте тамамлағас, 1958 йылда, медицина пунктында санитарка булып хеҙмәт юлын башлай. Хыялы тураһында онотмай ул, ике бала әсәһе булғас, эштән айырылмай ике йыллыҡ шәфҡәт туташтары курсын тамамлай. Балтас үҙәк район дауаханаһында эшләй башлай.
1982 йылда республика клиник дауаханаһында операция шәфҡәт туташтары әҙерләү буйынса махсус уҡыу үтә, район конкурсында “Иң яҡшы шәфҡәт туташы” исеменә лайыҡ була.
Йәзилә Хәтмулла ҡыҙы биш балаға ғүмер бирә. Ҡыҙҙары уның һөнәри юлын дауам иткән.
Лилиә Ғәфиф ҡыҙы Ҡаһирова, Башҡортостан дәүләт медицина институтын тамамлап, неврология буйынса интернатура үткәс, тыуған районына эшкә ҡайта. Бына инде 30 йылға яҡын һөнәренә тоғро ул. 2010-дан 2017 йылға тиклем дауахана баш табибының амбулатория-поликлиника хеҙмәте буйынса урынбаҫары булып уңышлы эшләне.
Илмир Ғәбделхәй улы Ҡаһиров менән ғаилә ҡороп, өс бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Тормош иптәше лә медицина династияһын дауам итә. Уның әсәһе, Фәнүзә Ҡаһирова, Бөрө медицина училищеһында белем алғандан һуң, райондың Ҡомъяҙы, Маты, Көнтүгеш, унан 1962 йылдан алып 1998 йылға ҡәҙәр Иштирәк фельдшер-акушерлыҡ пункттары мөдире булып фиҙакәр хеҙмәт юлы үткән.
Кесе улы Илмир Ғәбделхәй улы 1995 – 2018 йылдарҙа Балтас үҙәк район дауаханаһында хирург булып эшләне, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы, Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән. Әлеге ваҡытта Лилиә Ғәфиф ҡыҙы менән берлектә шәхси практика менән шөғөлләнә, “Династия” медицина үҙәген ойоштороп, уның эшмәкәрлеген уңышлы алып баралар. Уларҙың ҡыҙы Эльвина — табип-эндокринолог, тыуған районында халыҡ сәләмәтлеген һаҡлауға үҙ өлөшөн индерә. Улдары Динар университетты тамамлағас, офтальмология кафедраһында ординатура үтте, әлеге ваҡытта Стәрлетамаҡ ҡалаһында хирург-офтальмолог булып эшләй.
Лилиә Ғәфиф ҡыҙының һеңлеһе Лера Өфөнөң 1-се медицина училищеһын тамамлап, Балтас үҙәк район дауаханаһында фельдшер булып эшләне. Уның ҡыҙы ла – күркәм ғаилә династияһын дауам итеүселәрҙең береһе. Лиана Мөҙәрис ҡыҙы университетта белем алғандан һуң медицина реабилитацияһы, физиотерапия һәм спорт медицинаһы кафедраһында ординатура үтеп, әлеге ваҡытта Өфөлә физиотерапевт булып эшләй.
Йәзилә Хәтмулла ҡыҙының улдары Рәдим һәм Рәлифтең тормош иптәштәре — Балтас үҙәк район дауаханаһының табип-неврологы Альбина Йәрәмил ҡыҙы һәм табип-дерматовенерологы Светлана Нәфис ҡыҙы ла ҙур династияның лайыҡлы вәкилдәре, инде күптән тыуған районында халыҡ һаулығын һаҡлау өлкәһендә тырыш хеҙмәт һалалар.
Фиҙакәр, маҡсатлы, һөнәренә тоғро, ихтирамға лайыҡ медицина династияһы вәкиле Лилиә Ғәфиф ҡыҙы етәкселегендә “Династия” медицина үҙәге халыҡ өсөн бик тә кәрәкле, мөһим хеҙмәттәр күрһәтә. Абруйлы табиптар, эштәрегеҙ артабан да уң булһын!
Г. ШӘЙМӨХӘМӘТОВА.
Балтас районы.