Баҡалы районында өр-яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты үҙ ишектәрен асҡан.
Һүҙ Нуғайбәк хаҡында бара. Ул – райондағы иң төпкөл ауылдарҙың береһе. Район үҙәгендәге дауаханаға, табиптарға барыу өсөн 50 километр самаһы юл үтергә кәрәк. Бығаса медицина пункты урынлашҡан бина авария хәлендә булған.
Яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктын ил Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты нигеҙендә төҙөгәндәр. Нуғайбәктәге медицина учреждениеһы – быйыл районда сафҡа индерелгән ошондай өс ФАП-тың береһе.
– Элекке бинала һалҡын һәм шыҡһыҙ ине. Бында иһә барыһы ла заманға ярашлы итеп төҙөлгән, йыһаздар өр-яңы, яҡты, йылы, – ти ауыл фельдшеры Елена Мищерякова.
Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА