Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
23 Март 2022, 09:43

“Ололар һәм бәләкәстәр өсөн шатланам”

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Учалы районының Өргөн ауылында 500-гә яҡын кеше йәшәй, туғыҙ йыллыҡ мәктәп, балалар баҡсаһы бар. Бында уңған, тырыш кешеләр көн итә. Учалы ҡалаһының яҡын булыуы ла уңайлы: күптәр ҡалаға йөрөп эшләй, шәхси хужалыҡтарҙа етештергән ит-һөт ризыҡтарын һәм башҡа тауарҙарҙы баҙарға алып барып һата.

Әммә һуңғы йылдарҙа урындағы халыҡты бер проблема борсой ине: үткән быуаттың 80-се йылдарында төҙөлгән медпункт үтә ныҡ иҫкергән, Учалы яҡтарының ҡырыҫ ҡыштарында унда түҙеп торғоһоҙ һыуыҡ була, утын ғына яғып, иҫке ағас бинаны бер нисек тә йылытып булмай. Унан тыш, медицина йыһазы, ҡорамалдар ҙа күптән яңыртылмаған...

Әммә 2021 йыл өргөндәргә ҙур шатлыҡ алып килде: ниһайәт, ауылда өр-яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асыласаҡ. Ул төҙөлөп бөткән, һыу, йы­лылыҡ, электр үткәрелгән, йыһазландырыу эше генә ҡалған. Унан инде ФАП-ты рәсми асыу тантанаһын көтөргә генә ҡала.

Ауылда ике тиҫтә йылға яҡын фельдшер булып эшләгән Гүзәл Әхмәтйәнова был яңылыҡҡа бик шат.

– Әлбиттә, йылы, яҡты, заманса йыһаз­ландырылған бинала эшләүе күпкә күңелле лә, рәхәт тә буласаҡ. Үҙемдән бигерәк, оло йәштәгеләр, балалар өсөн шатланам. Юҡһа, ҡайһы саҡта уколға йөрөгән оло кешеләр байтаҡ ҡына сиратта ултыра, өшөп китә ине. Яңы ФАП-та бер йәшкә тик­лемге сабыйҙар өсөн махсус бүлмә ҡаралған – был да шәп, сөнки бәләкәстәргә айырым хәстәр һәм иғтибар кәрәк, – ти Гүзәл Наил ҡыҙы.

Әйткәндәй, ул – тәжрибәле белгес, Өргөн ауылына эшкә килгәнсе Учалы районының бала табыу йортонда шәфҡәт туташы булып эшләгән. Шуға ла бәләкәстәрҙең, ауырлы ҡатындарҙың проблемаларын күңеленә яҡын ала, һәр кемгә ярҙам ҡулы һуҙырға тырыша.

Ғөмүмән, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, республикала 2019-2020 йылдарҙа 139 яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылған, ә 2021 йылда уларҙың һаны һигеҙ тиҫтәгә еткән.

Әйткәндәй, Башҡортостан Рәсәй төбәк­тәре араһында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу, уның сараларын яҡтыртыу буйынса һәр саҡ алдынғы биш төбәк рәтендә килә.

Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА

Читайте нас: