Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” программаһы тураһында яҙма менән уртаҡлашты. Белеүебеҙсә, был үҙенсәлекле проект хаҡлы ялдағы кешеләргә республиканың иң матур урындарына сәйәхәт итеү мөмкинлеге бирә.
“Бынан ике йыл элек иғлан ителгән “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” программаһы өлкән быуын вәкилдәре тарафынан хуплау тапты. Уға ярашлы беҙ оло йәштәгеләр, ветерандар өсөн республика төбәктәре буйлап сәйәхәттәр ойошторабыҙ.
Ғәжәп кеүек, әммә ысынбарлыҡта шундай хәлдәр йыш осрай: ғүмер буйы Өфөлә йәшәп, республика мәнфәғәтенә эшләгән кешеләр үҙ ғүмерендә бер тапҡыр ҙа Еҙем йылғаһының матурлығын, Торатау шиханын, “Святые кустики” монастырын, Нарыҫтауҙы, Башҡортостандың шифалы сығанаҡтарын һәм тарихи һәйкәлдәрен күрмәгән. Шул уҡ ваҡытта райондарыбыҙҙа йәшәп, фиҙакәр рәүештә эшләгән кешеләр араһында бер тапҡыр ҙа Өфөлә булмаған, Ленин урамы буйлап йөрөмәгән, Салауат Юлаев һәйкәлен күрмәгәндәр ҙә бар. “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” программаһы ошо ғәҙелһеҙлекте төҙәтергә, хаҡлы ялдағы кешеләргә үҙ хыялын тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирә.
Бөгөн программаны өҫтәмә рәүештә финанслау тураһында ҡарар ҡабул иттек: хәҙер уның менән былтырғыса 4 мең түгел, ә 12 мең кеше файҙалана аласаҡ. Республиканың ветерандар ойошмалары менән осрашыу ваҡытында ошо хаҡта вәғәҙә биргәйнем. Әйткән һүҙебеҙҙе үтәйбеҙ.
Фото һәм сығанаҡ: vk.com/radiyhabirov?w=wall413272232_777849