Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
30 Март 2022, 15:00

Үҙенсәлекле рекордтар ҡуйылды...

Былтыр республикала 39,3 мең сабый донъяға килгән, был элгәрге йыл менән сағыштырғанда 4,1 процентҡа кәмерәк.Татарстандан ҡала (40,9 мең бала)  беҙ икенсе урындабыҙ.

Үҙенсәлекле рекордтар ҡуйылды...
Үҙенсәлекле рекордтар ҡуйылды...

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа Башҡортостан Хөкүмәтенең үткән йылғы эшмәкәрлегенә арналған ултырыш үтте. Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров сығышында демография мәсьәләләренә ҙур урын бирҙе.

Республикала тыуым кимәле юғары ғына,  бер мең кешегә 9,8 промилле тура килә (Рәсәйҙә был күрһәткес –9,6, Волга буйы федераль округында  –9,1). Былтыр республикала 39,3 мең сабый донъяға килгән, был элгәрге йыл менән сағыштырғанда 4,1 процентҡа кәмерәк. Татарстандан ҡала (40,9 мең бала)  беҙ икенсе урындабыҙ.

2021 йылда үҙенсәлекле рекордтар ҙа ҡуйылды: һигеҙ йыл эсендә тәүге тапҡыр йылды 15 мең кеше тәшкил иткән миграция үҫеше менән тамамланыҡ; 2000 йылдан алып төбәк-ара миграцияһының ыңғай сальдоһы күҙәтелә. Ул алты мең кеше тәшкил итә, тимәк, республика торған һайын ылыҡтырғысыраҡ була бара.

Республика Хөкүмәтенең мөһим йүнәлештәренең береһе – граждандарҙы социаль яҡлау. Социаль яҡлау сараларын  1,5 миллиондан ашыу кеше ала. Был маҡсатҡа федераль һәм республика бюджеттарынан былтыр 48 миллиард һумға яҡын аҡса бүленгән. Башҡортостан Башлығы ҡарары буйынса  граждандарҙың  льготаға эйә булған  яңы категорияһы – “Һуғыш балалары” - билдәләнде. 173 мең  кеше бер тапҡыр бирелеүсе аҡсалата түләүҙәр алды.

Бөйөк Ватан  һуғышында ҡатнашыусыларға һәм инвалидтарға, инвалидтарға һәм инвалид бала тәбиәләгән  һәм күп балалы ғаиләләргә йорттарға газ үткәргәндә сертификаттар рәүешендә дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Был саранан 6 055 кеше файҙаланған.

Республикала бала тәрбиәләгән ғиләләргә социаль ярҙам күрһәтеүгә ҙур иғтибар бирелә. Былтыр 231 мең ғаиләгә 21 миллиард һумдан ашыу суммаға ярҙам күрһәтелгән. Өс йәштән ете йәшкә тиклемге балаларға айлыҡ аҡсалата түләүҙәрҙе 121 259 ғаилә алған. Был маҡсатҡа 9,5 миллиард һумдан ашыу, шул иҫәптән, республика бюджетынан 1,2 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән. Һөт кухняһын асыу буйынса республика проекты уңышлы булды. Бөгөн беҙҙә ете етештереү предприятиеһы һәм 140 таратыу пункты эшләй. Был йүнәлеш буйынса махсус туҡланыу аҙыҡтары менән льготалы категориялы 36 мең гражданды бушлай тәьмин итеүгә өлгәштек.

Фото:gazeta.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас в