Бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сираттығы ултырышы үтә. Унда Башҡортостан Хөкүмәтенең 2021 йылғы эшмәкәрлегенә йомғаҡтар яһалды. Депутаттар алдында ҙур доклад менән Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров сығыш яһаны.
Премьер-министр мәшғүллек темаһына ла туҡталды.
– Халыҡты эш менән тәьмин итеүҙе арттырыу өҫтөндә алып барылған эш һөҙөмтәһендә хеҙмәт баҙарында ла ыңғай тенденциялар күҙәтелә. Ил етәкселеге йыл аҙағына мәшғүл халыҡтың һанын 2019 йылғы кимәлгә тиклем тергеҙеү бурысын ҡуйғайны. Республика был бурысты уңышлы үтәне. 2021 йылда уртаса эшһеҙлек кимәле 1993 йылдан алып иң түбәне – 4,3% (Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы методологияһы буйынса), – тине ул.
Шул уҡ ваҡытта, Андрей Назаров белдереүенсә, эшһеҙҙәр менән вакантлы эш урындары нисбәте дүрт тапҡырға кәмегән. Һәр эшһеҙгә бөгөн ике вакансия тура килә.
– Иҡтисади хәлдең ҡатмарлы булыуына ҡарамаҫтан, 2021 йылда уртаса эш хаҡы буйынса ҡырҡ меңлек сикте 7,5% үҫеш менән үттек.
Халыҡтың реаль килеме – 99,6% (Рәсәй Федерацияһында - 103,1%). Быйыл мәшғүллеккә булышлыҡ итеү буйынса федераль сараларға өҫтәмә рәүештә беҙ эшһеҙҙәрҙе гранттар биреү юлы менән үҙ эшен асыуға дәртләндереү буйынса программа индерергә тейешбеҙ. Ә тиҙерәк эшкә урынлашыу өсөн беҙ Экспресс-ҡайтанан әҙерлек үҙәктәре ойошторорға тейешбеҙ, – тине Андрей Назаров. – 2022 йыл һөнәри-техник белем биреү системаһын яңыртыу йылы ғына түгел, ә лайыҡлы хеҙмәт шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылы тип иғлан ителеү сәбәпле, республикала предприятиеларҙың социаль яуаплылығын яҡлау программаһы әҙерләнәсәк. Уның маҡсаты – эш биреүселәргә хеҙмәткәрҙәр өсөн лайыҡлы хеҙмәт шарттары булдырыуҙа ярҙам итеү.
Фото: ufa.bezformata.com