“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Беҙҙең хәстәрлек” ирекмәндәр үҙәге ағзаһы Руслан Исламов яңыраҡ Донецкиҙан күсеп килгән ғаиләнең хәлен белешергә барҙы һәм 18 йәшлек студент Александр Головинға компьютер тапшырҙы.
“Мохтажлыҡ кисергәндәрҙең һәр береһенә беҙҙең ярҙам кәрәк, улар бит беҙҙең ут күршеләр, дуҫтар”, - ти ул. Ирекмәндең әйтеүе буйынса, уның күңелендә башҡаларға ҡарата мәрхәмәтлелек, миһырбанлыҡ тойғоларын өләсәһе бәләкәй саҡтан һалған. Руслан хәҙер ҡатыны менән ул һәм ҡыҙына яҡшы тәрбиә бирергә тырыша.
Александр Донецкиҙа сәнәғәт автоматикаһы техникумында өсөнсө курста уҡый. Илдәге билдәле хәлдәр сәбәпле уларҙың ғаиләһенә тыуған яғынан күсеп китергә тура килә.
“Барыбыҙҙы ла дистанцияла уҡытыуға күсерҙеләр. Тик минең бында әҙерләнергә компьютерым юҡ ине. Һеҙгә ҙур рәхмәт ярҙамығыҙ өсөн. Хәҙер уҡыу буйынса бирелгән эштәрҙе башҡарасаҡмын”, – ти студент. Егеттең әсәһе Виктория Головина ирекмәндәргә ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерҙе.
”Беҙҙең хәстәрлек” проекты кураторы Гөлшат Мөхәмәтшина ғаиләнең хәле менән яҡшы таныш. “Головиндар бынан бер ай элек Өфөгә килде. Улдарына уҡыуын дауам итеү өсөн компьютер кәрәк ине. Битараф булмаған кешеләр ярҙамында студенттың үтенесе ҡәнәғәтләндерелде”, – ти ул.
Гуманитар ярҙам Өфө ҡалаһының Цюрупа урамындағы 17-се йортта урынлашҡан Йәмәғәт ярҙамы штабында һәм “Берҙәм Рәсәй”ҙең урындағы 63 бүлексәһендә ҡабул ителә. Шылтыратыу өсөн телефон: 8-347-218-19-19.
Фото: “Берҙәм Рәсәй” партияһының матбуғат хеҙмәте.