Социаль мәсьәлә
7 Апреля 2022, 16:30

Ҡаршылыҡтар булырға тейеш түгел

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин тап ошо хаҡта белдерҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡаршылыҡтар булырға тейеш түгелҠаршылыҡтар булырға тейеш түгел
Ҡаршылыҡтар булырға тейеш түгел

Бөгөн, 7 апрелдә, Рәсәй Федерацияһы Премьер-министры Михаил Мишустин Рәсәй Дәүләт Думаһында Хөкүмәттең 2021 йылғы эше тураһындағы отчет менән сығыш яһаны.

Ул шулай уҡ ил граждандарына һәм иҡтисадына төп ярҙам саралары хаҡында ла телмәр тотто, тип хәбәр иткәйнек.

Шулай итеп, Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин үҙенең отчет сығышында: “Рәсәй төбәктәре башлыҡтарынан яҡын арала шуны тәьмин итеүҙе һорайым: кешеләр бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ профилле белгестәрҙән кәңәштәр алырға, шулай уҡ кисектерелгән операцияларҙы яһатырға тейеш”, - тип белдерҙе.

Фото: if24.ru

Автор:Айһылыу Низамова