Башҡортостан
-15 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
11 Апрель , 13:05

Ғәбдөк урамдарын ҡасан боҙҙан таҙартырҙар?

4 апрель төнөндә Белорет районының Ғәбдөк ауылында Инйәр йылғаһында боҙ тығыны хасил булып, Йәштәр, Инйәр урамдарындағы 45 йорт һыу аҫтында ҡалғайны...

Ғәбдөк урамдарын ҡасан боҙҙан таҙартырҙар?
Ғәбдөк урамдарын ҡасан боҙҙан таҙартырҙар?

Ҡотҡарыу сараһы барышында 103 кешене эвакуациялағандар, шул иҫәптән 18 баланы.

Иртәнгә ҡарай йылға ярҙарына ҡайта, әммә урам һәм ихаталарҙа эре боҙ өйөмдәре ҡалдыра. Мәғлүм булыуынса, әле лә был боҙҙар урам тултырып ята – бөгөнгә тиклем таҙартылмаған. Был хәл халыҡта ризаһыҙлыҡ тыуҙыра, сөнки боҙ халыҡҡа йөрөргә һәм ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөргә ҡамасаулай.  

Хәлгә асыҡлыҡ индереү маҡсатында Белорет районының Йөйәк ауылы биләмәһе башлығы Рифат Ғилмановҡа мөрәжәғәт иттек.

– Һыу ташҡас та, Йөйәк – Ғәбдөк юлының Ирйәр буйындағы участкаһы таҙартылды, шулай уҡ ауылдың эсендәге 150 метр арауығындағы юлды ла боҙҙан азат иттеләр. Әммә артабан трактор үтә алманы – боҙҙо этеү өсөн урын юҡ ине. Әле ул бер аҙ ирене һәм уны алып һалырлыҡ урын бушаны. Инйәр юл ремонтлау-төҙөү идаралығы менән килешеү төҙөнөк, иртәгә трактор килеп, ауыл эсендәге ҡалған 400 метр самаһы юлды таҙартасаҡ, – тине Рифат Хәлит улы.

Республика йылғаларында боҙ китеүе дауам итә. Кисә Өфө эргәһендә Ағиҙел йылғаһында боҙ ҡуҙғалды. Ул белгестәр әйткән ваҡытҡа тура килде.

Башгидрометеүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, 11 апрелгә ҡарата Өфө эргәһендәге йылғаларҙа һыу кимәле түбәндәгесә: Ағиҙелдә – +42 (ағымдағы кимәл 171 сантиметр), Өфө йылғаһында (Шакша биҫтәһе эргәһендә) – +9 (ағымдағы кимәл 120 сантиметр), Дим йылғаһында (Бочкарев ауылы эргәһендә) – +11 сантиметр (ағымдағы кимәл 232 сантиметр).

Фото: скриншот.

Ғәбдөк урамдарын ҡасан боҙҙан таҙартырҙар?
Ғәбдөк урамдарын ҡасан боҙҙан таҙартырҙар?
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас в