Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
12 Апрель 2022, 20:30

Инвалидтарҙың мәшғүллеге – тәү сираттағы бурыстар иҫәбендә

1 мартҡа тиклем эш биреүсе инвалид кеше дәғүә итә алмаған эш урынын квота иҫәбенә бүлә ала ине...

Инвалидтарҙың мәшғүллеге – тәү сираттағы бурыстар иҫәбендә
Инвалидтарҙың мәшғүллеге – тәү сираттағы бурыстар иҫәбендә

Премьер-министр Андрей Назаров рәйеслегендә үткән республика Хөкүмәтенең аҙналыҡ ултырышында мәшғүллек хеҙмәте органдарының эш биреүселәр һәм мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн белем биреү эшмәкәрлеген тормошҡа ашырған ойошмалар менән үҙ-ара эш итеүенең яңы тәртибен ғәмәлгә индергән ҡарар проекты хупланды.

Андрей Назаров билдәләүенсә, санкция сикләүҙәре шарттарында хеҙмәт баҙарына булышлыҡ итеү һәм эшһеҙлекте иҫкәртеү тәү сираттағы бурыстарҙы тәшкил итә. Был осорҙа мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә һөнәри белем алыуҙа, артабан эшкә урынлаштырыуҙа, хеҙмәт баҙарында уларҙың конкурентлыҡ ҡеүәһен арттырыуҙа булышлыҡ итеү айырыуса мөһим.  

– Эш урындарына квота бүлеү – инвалидтарҙы эш менән тәьмин итеү мөмкинлеген арттырған төп сараларҙың береһе. Быйыл 1 мартта “квотаны үтәү” төшөнсәһен билдәләгән үҙгәрештәр үҙ көсөнә инде. Уға тиклем эш биреүсе инвалид кеше дәғүә итә алмаған эш урынын квота иҫәбенә бүлә ала ине. Хәҙер иһә законда инвалидтар менән хеҙмәт мөнәсәбәттәре билдәләнгән тәртиптә рәсмиләштерелгән осраҡта ғына эш биреүсе тарафынан квотаның үтәлеүе нығытыла. 1 мартҡа эш биреүселәр квота иҫәбенә бүлгән эш урынында 6855 инвалид эшләгән, был квота буйынса бурыстың 72 процентҡа үтәлеүен аңлата. Быйыл халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтенә 774 инвалид мөрәжәғәт иткән, уларҙың 431-е, йәғни мөрәжәғәт итеүселәрҙең яртыһынан күберәге эшкә урынлашҡан. 500-ҙән ашыу инвалидҡа психологик ярҙам һәм социаль яраҡлашыу буйынса хеҙмәт күрһәтелгән, 67 инвалид хеҙмәт баҙарында талап ителгән һөнәргә уҡырға ебәрелгән, – тине Андрей Назаров.

Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова республика мәшғүллек үҙәктәренең эш биреүселәр һәм мәғариф ойошмалары менән инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу өсөн эш урындары булдырыу мәсьәләләре буйынса үҙ-ара эш итеү алымдарын билдәләгән ҡарар проектын тәҡдим итте. ул шулай уҡ Башҡортостанда Социаль һәм хеҙмәт интеграцияһы буйынса мультиүҙәк асыу тураһында һөйләне. Унда һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән кешеләр өсөн хеҙмәттәр комплексы күрһәтеләсәк. Мультүҙәк “Белавтодеталь” заводының Өфө филиалы бинаһында асыла.

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас в