500-ҙән ашыу хеҙмәткәре булған ойошмалар араһында ойошторолған “Сәләмәтлекте нығытыу буйынса иң яҡшы корпоратив программа” I республика конкурсына һөҙөмтәләр яһалған. Өфөләге 21-се дауахана “Физик әүҙемлекте күтәреү” номинацияһында иң яҡшыларҙың береһе тип табылған.
Был сара һаулыҡты нығытыу һәм һаҡлау буйынса алдынғы тәжрибәне асыҡлау маҡсатында үткәрелгән. Конкурс комиссияһы составына Башҡортостандың Профсоюздар федерацияһы, республиканың тармаҡ профсоюз комитеттары, Фәндәр академияһы, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Спорт министрлыҡтары, республиканың Эш биреүселәр союзы, Республика йәмәғәт сәләмәтлеге һәм медицина иҫкәртеүе үҙәге вәкилдәре ингән, тип белдерә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
21-се дауахана табиптары хәбәр итеүенсә, коллектив өсөн ҙур әһәмиәткә эйә награданы ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова ҡулынан алыу – үҙе бер ҡыуаныслы күренеш.
Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.