Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
15 Апрель 2022, 09:18

Ҡартлығында яңғыҙ түгел

Абзал Фазлыев Фәрхетдиновтар ғаиләһендә үҙен ышаныслы, тыныс тоя.
Абзал Фазлыев Фәрхетдиновтар ғаиләһендә үҙен ышаныслы, тыныс тоя.

Балтас районының Суртанлыкүл ауылынан Бөйөк Ватан һуғышы, хеҙмәт ветераны Абзал Фазлыевты ҡартлыҡ көнөндә яҙмыш Юғары Ҡарыш ауылындағы социаль хеҙмәткәр Гөлирә Фәрхетдинова ғаиләһенә алып килгән.

Күп бала әсәһе Гөлирә Хәниф ҡыҙы тормош иптәше Фиғәт Зәғәфрән улы менән алты балаға ғүмер биреп, оло тормош юлына сығарған. Ике улдары ғаиләле инде, ике уртансыһы ситтә уҡый, бәләкәйҙәре әле ауылдағы урта мәктәптә белем ала.

Гөлирә Хәниф ҡыҙы алтынсы йыл инде Суртанлыкүл, Юғары Ҡарыш ауылдарында башҡалар ярҙамына мохтаж 18 кешегә көнкүрештә булышлыҡ итә.

– Абзал ағай уҙған йәйҙә йығылып ҡулын һындырҙы, унан бот һөйәген ауырттырҙы. Шунан аяғына ауырлыҡ менән генә баҫып хәрәкәтләнә башланы. Бындай хәл килеп тыуғас, көнөнә өсәр тапҡыр өс километр араны үтеп, Суртанлыкүлгә йөрөргә тура килгеләне. Көҙөн, көндәр һалҡынайтҡас, Абзал ағайҙы Юғары Ҡарышҡа, ғаиләбеҙгә алырға булдыҡ. Үҙе лә ризалашты, сөнки Суртанлыкүлдә өйөн мейес яғып йылытырға кәрәк, уңайлыҡтар юҡ. Ә беҙҙең өйҙә йылы ла, ағай үҙе лә тәрбиәле була. Ауылын һағынып моңайып алһа ла, күңеле көр, кәйефе һәйбәт. Көн һайын рәхмәт уҡый, – ти Гөлирә Хәниф ҡыҙы.

Май айында 95 йәшен тултырасаҡ Абзал Нисап улының хәтере яҡшы, үткәндәрҙе иҫкә алып, тормош, хеҙмәт йылдарындағы иҫтәлектәрҙе һөйләргә ярата, гәзит уҡый, яңылыҡтар менән танышып бара икән.

– Ауылда мин ярҙам итмәгән кеше ҡалманы. Техника менән дә, башҡа яҡлап та йомоштары төшкәндә, һис һүҙһеҙ, гел булыштым, – тип иҫкә алған ине Абзал бабай уҙған йылда осрашҡанда үҙенең йәшлек, хеҙмәт йылдарын.

Күрәһең, яҙмыштың ҡырыҫ һынауҙары алдында ҡалғас, ҡылған яҡшылыҡтары олоғайған көнөндә үҙенең юлына Фәрхетдиновтар кеүек мәрхәмәтле кешеләрҙе сығарғандыр. Иң мөһиме – ветеран ҡартлыҡ көнөндә яңғыҙ түгел.

Гөлирә ханым “Әсәлек даны” миҙалына эйә. Ире – тормошонда ғына түгел, эшендә лә ҙур терәк. Аҙна һайын Абзал бабайҙы мунсала йыуындырыусы ла, ҡулынан етәкләп, өйөнөң ҙур яғына алып сығып йөрөтөүсе лә ул. Гөлирә ханымдың Абзал бабайҙан башҡа ла Суртанлыкүл, Юғары Ҡарыш ауылдарында ҡарар 17 кешеһе бар. Аҙнаның ике-өс көнөндә уларҙың һәр ҡайһыһына барырға, ярҙам күрһәтергә кәрәк. Ул зарланмай, бары үҙ эшен ихлас башҡара.

– Гөлирә Хәниф ҡыҙы үҙ эшенә шул тиклем яуаплы ҡарай. Уның һәр килеүен көтөп алалар. Ярҙамына мохтаж апайҙар, ағайҙар уның тураһында гел йылы һүҙҙәр генә әйтә, – ти “Изге уй” учреждениеһы директоры Фәриҙә Гәрәйшина.

Сит кешене түгел, олоғайған үҙ атаһын, үҙ әсәһен тәрбиәләүҙән баш тартҡан кешеләр бар. Ә Гөлирә менән Фиғәт Фәрхетдиновтар беҙҙең заман геройҙары булып кәүҙәләнә. Игелекле аҙымға барған оло йөрәкле, батыр кешеләр. Был аҙымдың тәрбиәүи яғы ла баһалап бөтөргөһөҙ, минеңсә. Үҙ балаларына матур тормош өлгөһө күрһәтә бит улар.

Бер-береһенә ауырлыҡтар килтермәй, татыу ғаилә булып, тыуған һәр яҡты таңды һөйөнөп ҡаршылап йәшәргә яҙһын был ғаиләгә!

 

Аида ХӘЙРЕТДИНОВА.

 

Балтас районы.

Автор:Розалия Абдрафикова
Читайте нас: