Республикала һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү буйынса дәүләт программаһының үтәлеше, халыҡҡа медицина хеҙмәттәренән файҙаланыу мөмкинлеген арттырыу мәсьәләләре көн үҙәгенән төшкәне юҡ. Бөгөн, һәр яҡлап санкциялар баҫымы аҫтында ҡалған ҡатмарлы осорҙа, дарыуҙарға ихтыяж бермә-бер артҡан мәлдә дарыухана һәм дауалау учреждениелары эшен йәһәтерәк яраҡлаштырып ҡороу мөһим. Төп маҡсат – йәшәү өсөн мөһим дарыуҙар резервын булдырыу.
Шул йәһәттән Межгорье ҡалаһы халҡының һөйөнөсөн уртаҡлашмаҡсыбыҙ. Ҡалала асылған яңы дәүләт дарыуханаһы тәүге һатып алыусыларын ҡаршы алды. Халыҡ фармацевтика учреждениеһының уңайлы урында урынлашҡанын, машиналар өсөн туҡталҡа булғанын, тауар төрҙәренең күплеген, иң мөһиме, дарыуҙарҙы ял көндәрендә лә, кискеһен дә һатып алыу мөмкинлеген юғары баһаланы.
“Башфармация” предприятиеһы әүҙем үҫешә, яңы дарыуханалар асыла, клиенттарҙы хеҙмәтләндереү сифаты яҡшыра. Уның төп бурысы – республика халҡының дарыуҙарға ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү, һатып алыу мөмкинлеген арттырыу. Яҡын арала республикабыҙҙа тағы ла яңы дарыуханалар асылыуы көтөлә.
– Оҙаҡламай “Өфө” халыҡ-ара аэропортының эске авиалиниялары терминалында, Нуриман районының Павловка ауылында дарыуханалар эшләй башлаясаҡ, – тип һөйөнөсө менән уртаҡлашты “Башфармация” предприятиеһының генераль директоры Әлфиә Рәхмәтуллина.
“Былтыр льготалы дарыуҙар менән тәьмин итеүгә төбәк бюджетынан дүрт миллиард һум йүнәлтелде, ә федераль үҙәктән – 1,78 миллиард һум. Быйыл да ошо финанс күләме һаҡланды”, – тип билдәләп үткәйне Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров сираттағы ултырыштарҙың береһендә. “Һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү” дәүләт программаһына ярашлы, быйыл 1,5 миллиард һумлыҡ ике мең данаға яҡын медицина ҡорамалы алынған. Уларҙы ремонтлау, сервис хеҙмәтләндереүе мәсьәләләрен хәл итеү иҫәпкә алынған. Санкциялар баҫымына ҡарамай, күпселек фармацевтика тауарҙары етештереүселәренең Рәсәйҙә эшен дауам итеүе, етештереү һәм килтереү күләменең, шул иҫәптән сит ил препараттарының былтырғы кимәлдән юғарыраҡ булыуы билдәле.
Март айында Рәсәйҙә сит ил дарыуҙарының баҙарға сығыу шарттарын ябайлаштырыу һәм уларҙы оригиналь ҡаптарҙа һатыуға сығарыуға рөхсәт биреү тәҡдим ителде. Был сара дарыуҙарға ҡытлыҡ тыуғанда тормошҡа ашырыласаҡ. Бындай “йомшартыуҙар” Рәсәй биләмәһендә теркәлгән дарыуҙарға ғына ҡағыла, ҡаптарға препарат тураһында рус телендә мәғлүмәт булған стикер йәбештерелә.
Дарыуҙар менән тәьмин итеүҙәге тағы бер яңылыҡ: Башҡортостанға ике сит ил препараты – “Молнупиравир” һәм “Эвушелд” килтерелде. Улар коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү өсөн ҡулланыласаҡ. Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова әйткәнсә, “Молнупиравир” стационарҙа, шулай уҡ амбулатор шарттарҙа коронавирусты дауалау өсөн файҙаланыла. Ул “Фавипиравир”ға ҡарағанда көсһөҙөрәк, әммә еңелерәк үткәрелә. “Эвушелд” препаратын республика ике мең ҡап итеп алды, ул вакцина яһатыуға ниндәйҙер ҡаршылыҡ булған осраҡта, хроник сирле, иммунитеты ҡаҡшаған кешеләргә тәғәйенләнгән. Улар иҫәбенә онкология, ВИЧ-инфекция, ревматизм, аутоиммун, бауыр сирҙәре инә. Препаратты профилле табиптар – онкологтар, ревматологтар, гемодиализ үҙәктәре белгестәре тәғәйенләй ала. Был препараттар рецепт буйынса түгел, төп сирҙе дауалау урынында пациенттарға биреләсәк. Әле исемлек әҙерләнә.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының был өлкәнең тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты, бер ниндәй баҫымға ҡарамаҫтан, үҙгәрешһеҙ ҡала – сифатлы һәм һәр кем файҙалана алырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй ауыл-ҡасабаларҙа йәшәгән халыҡ өсөн.
Д. ҒӘБДРӘХИМОВА.