Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
17 Апрель 2022, 11:30

Линар, Илдар һәм Лианаға милли кейем бик килешә!

"Етем ҡыуанһа – ер-һыу ҡыуаныр, тигән боронғолар. Ураҙа айында эшләгән изгелектәре ағалы-ҡустылы Юлдыбаевтарға меңләтә артып ҡайтһын!"

Линар, Илдар һәм Лианаға милли кейем бик килешә!
Линар, Илдар һәм Лианаға милли кейем бик килешә!

"Башҡортостан" гәзитенең дуҫы Рәхимә Мусинаның геройҙары - ағалы-ҡустылы Ҡунаҡҡоловтар тураһында күп яҙҙыҡ. Тап уның башланғысы менән Әбйәлил районы Йәнекәй ауылынан Ҡунаҡҡоловтарға уңайлы тормош шарттары булдырыуҙа бар яҡлап ҙур ярҙам күрһәтелде. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән ағалы-ҡустылы Ҡунаҡбаевтарға бигерәк тә Урал аръяғы йәмәғәт башланғыстары союзы күрһәткән ярҙам баһалап бөткөһөҙ.

Күптән түгел Рәхимә Мусина изге айҙа йәнә бер изге ғәмәлде атҡарып сыҡҡан ошо союздың Әбйәлил районы буйынса етәксеһе Илнур Юлдыбаев тураһында бәйән итте.

"Йәнекәйҙән Ҡунаҡҡоловтарға уңайлы тормош шарттары булдырыуҙа ҙур ярҙам күрһәткән Урал аръяғы йәмәғәт башланғыстары союзы быйыл тағы бер идеямды тормошҡа ашырҙы, рәхмәт төшкөрө. Күптән Рысҡужа ауылынан мәҙәниәт ветераны Зөһрә апай Мәһәҙиеваның Линар, Илдар һәм Лиана исемле ейән-ейәнсәренең сығыштарын интернетта күҙәтеп барам һәм ошо һәләтле балаларға сәхнә костюмдары тектереп биреү теләге менән яна инем. Ниәтемде союздың Әбйәлил районы буйынса етәксеһе Илнур Юлдыбаев бер һүҙһеҙ күтәреп алды.

Бөтә аҡсалата сығымды уның ағаһы, союз ағзаһы, эшҡыуар Рәмил Юлдыбаев ҡапланы. Асҡарҙағы “Венера” ательеһы тегеүселәре матур костюмдар тегеп бирҙе. Һәм бына Башҡорт милли кейеме көнөндә беҙ Илнур Рәжәп улы менән Рысҡужаға барып, бүләктәребеҙҙе тапшырып ҡайттыҡ. Әртистәр әртистәр инде, костюмдарҙы кейеп тә алдылар, беҙгә концерт ҡуйып та ташланылар.

Етем ҡыуанһа – ер-һыу ҡыуаныр, тигән боронғолар. Ураҙа айында эшләгән изгелектәре ағалы-ҡустылы Юлдыбаевтарға меңләтә артып ҡайтһын! Игелекле улдар үҫтергән ата-әсәһе — "Урал" совхозынан Гөлнур һәм Рәжәп Юлдыбаевтар — тик бала шатлыҡтары күреп, һаулыҡта, именлектә ғүмер итһен, Алла бирһә. Ә инде йәш артистарға - ижади уңыштар, бәхетле, яҡты киләсәк, өләсәләренә изгелегенең сауабын алып, ейәндәренең ҡыуаныстарын күреп, һау йәшәүен теләйем", - тип яҙҙы Рәхимә Мусина.

Әбйәлил тарафтарына юл төшкәндә, беҙ ҙә мотлаҡ был талантлы балалар янына барып, улар хаҡында мәҡәлә эшләйәсәкбеҙ.

Фото һәм текст сығанағы: Рәхимә Мусина.

Линар, Илдар һәм Лианаға милли кейем бик килешә!
Линар, Илдар һәм Лианаға милли кейем бик килешә!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: