“МедИнвестГруп” компанияһы һәм республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тап ошо хаҡта килешкән. Былтыр уҡ Өфөлә Башҡортостандағы ялҡынһынған йөрәк-ҡан тамырҙары сирле пациенттарҙы дауалауҙың һәм диагностикалауҙың алдынғы ысулдарын тормошҡа ашыра башлағайнылар. Ул ваҡытта министрлыҡ тарафынан 100 тикшереүгә беренсе квоталар бүленгәйне.
"Ялҡынһынған йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен ПЭТ/КТ-тикшеренеүен, тәү сиратта протез эндокардитын, васкулитты файҙалана башлаған беренсе төбәк булды. Шуны билдәләргә кәрәк, кардиология сирҙәре, онкологик ауырыуҙар менән бер рәттән, төп үлем һәм эшкә һәләтте юғалтыуҙың төп сәбәптәре. “МедИнвестГрупп” менән берлектә республикала йәшәүселәрҙең тағы оҙағыраҡ, уңайлыраҡ йәшәүен тәьмин итеү мөмкинлектәрен тәьмин итергә тырышасаҡбыҙ. Тап ошо сәбәпле, бөгөн квоталар һаны 300 тикшереүгә тиклем артты һәм был ысул тотошлай үҙләштерелгәс, пациенттарҙы күпләп ҡабул итеүгә күсәсәкбеҙ", - тип белдерҙе республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Азат Рәхмәтуллин.
Кардиологияла радионуклид диагоностикалауҙың мөһим өҫтөнлөгө - ул туҡыманың матдәләр алмашыныуы үҙгәрештәре буйынса башланғыс этаптарында, йөрәктә, ҡан тамырҙарында патофизиологик үҙгәрештәр формалаша башлағанда ғына сирҙе асыҡлауҙа. Был пациентҡа дауалауҙы ваҡытында тәғәйенләү мөмкинлеген бирә һәм уның һөҙөмтәлелеген арттыра. Был иһә үлем, ошо сирҙәрҙән эшкә һәләтлелекте юғалтыу осраҡтарын һиҙелерлек кәметәсәк.
Рәсәй Фәндәр академияһының табип-радиологы, рентгенолог Антон Кириллович Кондаков билдәләүенсә, хәҙер Рәсәйҙә бер нисә мең радионуклидлы каридиологик тикшереү үткәрелә, әммә мөмкинлектәр күберәк. Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта аппараттар паркы ярайһы киң. Тимәк, техник йәһәттән кәртәләр юҡ. Һорау икенсе нәмәлә - табиптар кардиологик сирҙәрҙе радионуклидлы каридиологик тикшереүҙәр өҫтөнлөктәре тураһында ярайһы беләме икән?
Башҡортостан пациенттарын тикшереү буйынса процесты “МедИнвестГрупп” белгестәре тәьмин итәсәк. Улар Мәскәү һәм Минскиҙың алдынғы ғилми-тикшеренеү, дауалау ойошмаларынан коллегалары менән табиптарға онлайн уҡыу үткәрә. Сарала Республика кардиология үҙәге һәм республиканың башҡа медицина ойошмалары табип-кардиологтары, Өфөләге ПЭТ-Тенолоджи нур диаоностикалауы табиптары ҡатнаша.
"Емешле хеҙмәттәшлек тураһында һүҙ йөрөткәндә, аныҡ эште һәм уның һөҙөмтәһен күҙ уңында тотабыҙ. Башҡортостан менән баштан уҡ дөйөм маҡсаттар таптыҡ, берҙәм эшмәкәрлектең реаль ҡаҙаныштарын күрәбеҙ. Был үҫеш халыҡтың сифатлы диагноз ҡуйыуҙан, онкологик сирҙәрҙе дауалауҙан файҙаланыу мөмкинлеге бирә, кардиология проблемалары булған пациенттар өсөн диагностикалау мөмкинлектәрен киңәйтә. Өфөнөң был йүнәлештәге уңышлы тәжрибәһе кардиология өлкәһендә радионуклидлы диагностикалау ысулын киңәйтеүгә булышлыҡ тиер тип өмөт итәбеҙ", - тип белдерҙе “МедИнвесГрупп” компаниялар төркөмө президенты Сергей Нотов.
Фото: pravitelstvorb.ru