Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
18 Апрель 2022, 23:00

“Ауыр минуттарҙа беҙгә ышаныс өҫтәнең"

Максим Забелинға юғары награда тапшырылды.

“Ауыр минуттарҙа беҙгә ышаныс өҫтәнең"
“Ауыр минуттарҙа беҙгә ышаныс өҫтәнең"

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында белдерҙе.

“Чиновниктарҙың ниндәйҙер уңыштары хаҡында яҙырға тырышмайым. Вәкәләттәренә ярашлы атҡарған ғәмәлдәре – уларҙың эше, бының өсөн хеҙмәт хаҡы алалар тип иҫәпләйем. Әммә был кеше тураһында яҙмайынса булдыра алмайым. Бөгөн Мәскәүҙә Максим Забелинға Пирогов орденын (аңлауымса, был – юғары медицина наградаһы) тапшырҙылар. Ул быға тулыһынса лайыҡ. Өс йыл министр булып эшләү, һаулыҡ һаҡлау тармағын нығытыу, яңыртыу, ковид менән көрәш. Ҙур рәхмәт, Максим, бына ошондай ауыр минуттарҙа ла баҙап ҡалманың, тыныслыҡ һаҡланың һәм беҙгә лә ышаныс өҫтәнең. Ысын табип һәм ир. Хөрмәт итәм!” - тип яҙҙы республика етәксеһе.

Белеүебеҙсә, Пирогов ордены хәрби-ялан хирургияһы һәм фәнни дисциплина булараҡ хирургияға нигеҙ һалған рус хирургы, ғалим, педагог Николай Иванович Пирогов исемен йөрөтә. Ул ғәҙәттән тыш хәл шарттарында, эпидемиялар, хәрби хәрәкәттәр, ғүмер өсөн хәүеф тыуҙырған башҡа ваҡиғаларҙа медицина ярҙамы күрһәткәндәге фиҙакәрлек, айырыуса хәүефле сирҙәрҙе диагностикалау, иҫкәртеү, дауалау эшен тәьҫирле ойошторған һәм башҡа ҡаҙаныштар өсөн бирелә.

Максим Забелин белгеслеге буйынса – хирург. Хәрби-медицина академияһын, уның интернатураһын, Рәсәй Оборона министрлығының Табиптарҙың белемен камиллаштырыу дәүләт институтының клиник ординатураһын тамамлаған. Ул – медицина фәндәре докторы. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 20 йыл элек Курск ҡалаһында Рәсәй Оборона министрлығы авиабазаһының медицина хеҙмәте начальнигы булып башлаған. 2019 йылдың ноябрендә Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры итеп тәғәйенләнде. 2021 йылдың мартынан Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһы өҫтәлде. Күптән түгел вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде. 

Фото: Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһе.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: