Республикаға идара итеү үҙәгендә ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Анна Таболина әсәләре ҡот осҡос фажиғәлә һәләк булған балаларға республика тарафынан ярҙам буласағы хаҡында һөйләне.
Хәбәр итеүебеҙсә, 18 апрелдә Ейәнсура районындағы аварияла өс ҡатын һәләк булды. Дүрт кеше ултырған автомобиль Күгәрсен ауылы эргәһендәге Ямашлы һыуһаҡлағысына төшөп китә. Водитель ҡатын һыуҙан сығып ҡотола, ҡалған өсәү һәләк була. Фажиғә үтә аяныслы – ун бала етем ҡалды. 53 йәшлек ҡатындың – биш, 36 йәшлектең – ике, 49 йәшлек ҡатындың өс балаһы булған. Үлемдән ҡотолған водителдең дә өс балаһы бар.
“Фажиғә тураһында ишеткәс тә ваҡиға урынына төрлө хеҙмәт белгестәре сыҡты. Әле ғаиләләр ауыр ҡайғы эсендә, уларға ярҙамды ҡабул итеү өсөн ваҡыт кәрәк. Психологтар һәләк булған ҡатындарҙың туғандары, балалары менән эш алып бара, – тип хәбәр итте Анна Таболина. – Ун баланың алтыһы бәлиғ булмаған йәштә. Әле улар аталары, туғандары менән бергә. Ярҙамһыҙ бер кем дә ҡалмаясаҡ. Ата-әсә айырылышҡан ғаилә лә бар, бала апаһында. Бөтә ғаиләләр ҙә социаль хәстәрлеккә мохтаж, уларға тормоштарын яйға һалырға ярҙамлашасаҡбыҙ. Шулай уҡ иҫән ҡалған ҡатындың балаларына ла булышлыҡ кәрәк буласаҡ. Ике балаһының сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән, уларға медицина тикшереүе үтергә ваҡыт етеп килә. Быны тиҙ эшләргә ярҙам итәсәкбеҙ”.
Фото: Республикаға идара итеү үҙәге төркөмөндәге видеонан скриншот.