Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы Ә.Ф. Сабиров медицина хеҙмәткәрҙәре булып эшләйәсәк студенттар менән осрашты.
Кардрҙар менән тәьмин итеү – төп мәсьәләләрҙең береһе. Тап ошо сәбәпле, Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы Ә.Ф. Сабиров, район хакимиәт башлығының социль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Г.М. Иҫәнбаева һәм Ҡырмыҫҡалы район дауаханаһы баш табибы С. Х. Камалетдинов быйыл уҡыуын тамамлаясаҡ студенттар һәм клиник ординаторҙар менән осрашты, тип хәбәр итә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Сараның маҡсаты – район һаулыҡ һаҡлау системаһына ҙур ихтыяж менән файҙаланылған кадрҙарҙы йәлеп итеү. Йәш белгестәргә ярҙам итеү, уларға матди түләүҙәр, торлаҡ һәм ер участкаһын биреү, Башҡорт дәүләт медицина университеты тамамлағандарҙың “Ауыл табибы” программаһында ҡатнашыуы һәм башҡалар хаҡында һөйләнеләр.
Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.