Апрелдә Бүздәк районының ЗАГС бүлегендә икенсе игеҙәктәр тыуыуы теркәлде. Алан һәм Рамзан – Ахунбәковтарҙың көтөп алған тәүге сабыйҙары. ЗАГС бүлегенең начальник вазифаһын башҡарыусы Г. Мөхсинова бәхетле атайға балаларҙың тыуыу тураһындағы танытмаһын тапшырып, ғаилә бәхете, именлек теләне.
19 апрелдә Ҡырмыҫҡалы районының ЗАГС бүлегендә тыуыу тураһында йөҙөнсө таныҡлыҡ тапшырылды. Был Арина һәм Әмир тигән игеҙәктәр тыуған мәлгә тура килде. ЗАГС хеҙмәткәрҙәре быйыл икенсе игеҙәктәр тыуыуын теркәне. Йәш ата-әсә Алмаз менән Марияның тағы ла Дарина, Полина һәм Карина исемле өс ҡыҙы бар. Хеҙмәткәрҙәр оло ғаиләне матур иҫтәлекле ваҡиға менән ҡотлап, сабыйҙарҙың тәүге документтарын тапшырҙы, игеҙәктәрҙең игеҙ бәхет, шатлыҡ килтереүен, ата-әсәһенә иш булыуын теләне.
Ә ай башында Учалы районының ЗАГС бүлегендә беренсе игеҙәктәр парын теркәү тантанаһы ойошторолдо. Ҡунаҡбай ауылында йәшәгән Кәримовтар ғаиләһендә Илйән һәм Вилдан тигән улдар донъяға килде. Балаларҙың һау-сәләмәт үҫеүҙәрен, ата-әсәһенә бары һөйөнөстәр генә килтереүен теләйбеҙ!
Фото: Башҡортостан дәүләт юстиция комитеты.