-3 °С
Ҡар
Рәсәй Президенты Владимир Путин Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се клиник дауаханаһы табибы Ольга Поповаға рәхмәт белдерҙе. Был хаҡтағы ҡарар хоҡуҡи мәлүмәттәр рәсми интернет-порталында бирелгән.
Ольга Попова һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт итә, ҡаҙаныштары күп. Ул – медицина фәндәре докторы, юғары категориялы табип, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, пластик хирург. Шулай уҡ ике монография, ике уйлап сығарыу һәм ике патент авторы.
Фото: krassever.ru