Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
26 Апрель 2022, 17:00

Ҡайҙа һеҙ, лайыҡлы атайҙар?

“Атай ҡаһарманлығы” наградаһы кемдәргә тапшырыла? Ошо хаҡта тулыраҡ – түбәндәге яҙмала.

Ҡайҙа һеҙ, лайыҡлы атайҙар?
Ҡайҙа һеҙ, лайыҡлы атайҙар?

“Атай ҡаһарманлығы” йәмәғәт наградаһының өсөнсө республика конкурсына ғаризалар ҡабул ителә. Әйткәндәй, был сара 2020 йылдың февраленән 2019 – 2025 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә Ғаилә сәйәсәте концепцияһының икенсе этабын тормошҡа ашырыу сиктәрендә уҙғарыла.

Был награда бала тәрбиәләгән, сәләмәт тормош алып барған, ғаилә ҡиммәттәрен, йолаларын һаҡлау һәм тергеҙеү, йәмғиәттә әхлаҡи мөхитте яҡшыртыу өсөн шарттар булдырған, райондың, республиканың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан атайҙарҙы дәртләндереү, уларҙың хеҙмәтен таныу өсөн булдырылған.

Конкурста Рәсәйҙә биш йылдан күберәк йәшәгән, балаларын лайыҡлы тәрбиәләгән атайҙар ҡатнаша ала. Награда өсөн материалдарҙы 1 октябргә тиклем республика Йәмәғәт палатаһының электрон адресына ебәрергә кәрәк: [email protected]. Сарала ҡатнашыу тураһында тулыраҡ Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы сайтында танышырға мөмкин.

Фото: БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: