Башҡортостан
-14 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
26 Апрель , 09:05

Өҫтәмә түләүҙәр нисек билдәләнә?

znak.com
Фото:znak.com

Хаҡлы ялдағыларҙың матди тәьминәтенең дөйөм күләме төбәктәге йәшәү минимумы дәүмәленә етмәгән осраҡта, барлыҡ эшләмәгән пенсионерҙарҙың пенсияһын ошо йәшәү минимумына еткереү өсөн, федераль йәки төбәк социаль өҫтәмәһе билдәләнә. 

Федераль социаль өҫтәмә Рәсәй Пенсия фондының территориаль органдары тарафынан түләнә. Төбәк социаль өҫтәмәһе иһә ил төбәгендә пенсионерҙың йәшәү ми­ни­мумы Рәсәй буйынса ошондай уҡ күрһәткестән юғарыраҡ, ә аҡсалата тәьми­нәтенең дөйөм күләме төбәктәге йәшәү минимумынан түбәнерәк булған осраҡта, социаль яҡлау органдары тарафынан түләнә.

Эшләмәгән пенсионерҙың дөйөм матди тәьминәте дәүмәлен иҫәпләгәндә түбән­дәге түләүҙәр иҫәпкә алына:

l пенсиялар, шул иҫәптән пенсионер ошон­дай пенсияларҙы алыуҙан баш тартҡан осраҡта ла;

l сроклы пенсия түләүҙәре;

l өҫтәмә матди (социаль) тәьминәт;

l ай һайын бирелгән аҡсалата түләүҙәр (шул иҫәптән социаль хеҙмәттәр йыйыл­маһы хаҡы);

l Рәсәй Федерацияһы төбәктәре ҡануниәте менән билдәләнгән аҡсалата сағылыштағы башҡа социаль ярҙам саралары (бер тапҡыр күрһәтелә торған социаль ярҙам сараларынан тыш).

Пенсионерҙың дөйөм матди тәьминәте күләмен иҫәпләгәндә телефондан, торлаҡ бинанан һәм коммуналь хеҙмәттәрҙән файҙаланған өсөн түләү буйынса уға күрһәтелгән социаль ярҙамдың аҡсалата эквиваленттары, йәнә ошо хеҙмәттәр өсөн түләүгә сығымды аҡсалата компенсациялау иҫәпкә алына.

 

Йыл һайын индексация үткәргәндә...

 

“Дәүләт социаль ярҙамы тураһында”ғы Федераль закондың 12.1-се статьяһына һәм “Рәсәй Федерацияһында йәшәү минимумы тураһында”ғы Федераль закондың 4-се статьяһына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы Федераль закон ҡабул ителеүгә бәйле, 2019 йылдың 1 ғинуарынан пенсияға социаль өҫтәмә билдәләү ҡағиҙәләре үҙгәрҙе.

Социаль өҫтәмә түләү кимәле түбәндәгесә иҫәпләнә:

1) иң элек пенсионерға билдәләнгән аҡсалата түләүҙәрҙең (пенсия, сроклы пенсия түләүҙәре, өҫтәмә матди (социаль) тәьминәт, ай һайын бирелгән аҡсалата түләүҙәр, Рәсәй Федерацияһы төбәктәре ҡануниәте менән билдәләнгән аҡсалата сағылыштағы башҡа социаль ярҙам сараларының) дөйөм күләменән сығып, пенсияларҙы һәм бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләүҙәрҙе индекса­циялауҙы иҫәпкә алмайынса, пенсияға социаль өҫтәмә күләме билдәләнә;

2) пенсионерҙың дөйөм матди тәьминәте күләмен иҫәпләгәндә, телефондан файҙаланыу, торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү, бөтә төр пассажирҙар транспортында (ҡала, ҡала яны һәм ҡала-ара) юл хаҡын түләү буйынса социаль ярҙам сараларының аҡсалата эквиваленттарынан, шулай уҡ күрһәтелгән хеҙмәттәр өсөн түләүгә сығымды аҡсалата компенсациялауҙан тыш, уға Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтенә һәм Рәсәй Федерацияһы төбәктәре ҡануниәтенә ярашлы, натуралата күрһәтелгән социаль ярҙам саралары иҫәпкә алынмай.

3) артабан пенсияға социаль өҫтәмәнең билдәләнгән күләме, ағымдағы йылдағы индексацияны иҫәпкә алып, пенсионерға тәғәйенләнгән дөйөм аҡсалата түләүҙәр күләменә ҡушыла.

“Бер кем дә ҡартлыҡҡа аҡса тупламай…”

 

Пенсияның тупланма өлөшөн си­раттағы “туңдырыу” тураһындағы закон проекты хупланды – хәҙер инде 2024 йылға тиклем. Бойондороҡһоҙ профсоюздар феде­рацияһы пенсия тәьминәтендәге туп­ланма компонентты бөтөнләй юҡҡа сығарырға тәҡдим итә, сөнки Рәсәйҙә тупланма өлөшкә ҡағылған идеяның тормошҡа ашырылыуы уны дискредитациялай.

Нимә ул пенсияның тупланма өлөшө? Төрлө илдәрҙә пенсия тәьминәте системаһының нигеҙен төп пенсия тәшкил итә. Кеше пенсия йәшенә еткәс йәки законда ҡаралған башҡа осраҡтарҙа (мәҫәлән, инвалид булып, эшкә һәләтен юғалтһа), дәүләт уға пособие түләй башлай. Быға аҡсаны дәүләт теләктәшлек принцибы буйынса таба: әле эшләп йөрөгәндәр үҙҙәренә тиклем эшләгән кешеләр файҙаһына килеменең бер өлөшөн дәүләткә тапшыра. Һәм быуындан-быуынға шулай дауам итә.

Пенсия менән тәьминәттең алдынғы моделе пенсияның төп өлөшө менән бер рәттән тупланма өлөштөң дә булырға тейешлеген күҙаллай. Тупланма өлөш индивидуаль, ул теге йәки был хеҙмәткәрҙең квалификацияһына, килеменә һәм йәштән үк ҡартлығын хәстәрләргә әҙерлек кимәленә бәйле. Был модель немец пенсионерҙарына хас. Улар хаҡлы ялға сыҡҡас та, донъя буйлап әүҙем сәйәхәт итә башлай.

Ә Рәсәйҙә иһә хеҙмәт пенсияһында туп­ланма компонент 2002 йылғы пенсия реформаһы осоронда ғына барлыҡҡа килде. Уның маҡсаты – пенсияның бүлеү моделенән бүлеү-туплау моделенә күсеү. Хеҙмәт пенсиялары тураһындағы законға ярашлы, улар ике өлөштән – страховка (мотлаҡ) һәм тупланма өлөштәрҙән торорға тейеш.

Страховка өлөшөнә пенсияның аныҡ билдәләнгән төп күләме индерелә, уны дәүләт ваҡыты-ваҡыты менән индексациялай. Бында хаҡлы ялға сыҡҡан хеҙмәткәрҙең стажы һәм эшләп йөрөгән һәр кешегә Рәсәй Пенсия фондында асылған шәхси иҫәпкә күсерелгән аҡса бүлемдәре күләме ҙур әһәмиәткә эйә. Ошо иҫәптә пенсияның тупланма өлөшө йыйылырға тейеш. Ул айлыҡ эш хаҡынан бүлемдәр (эш биреүсе тарафынан күсерелә) һәм инвестиция килеме иҫәбенә тулылана. Аҡса шәхси иҫәптә “туңып” ятмаһын өсөн уны инвестициялайҙар. Рәсәй Пенсия фонды бының менән “Внешэкономбанк” аша, ә дәүләткә ҡарамаған пенсия фондтары үҙҙәренең программалары буйынса шөғөлләнә.

Әлегә Рәсәйҙә пенсияның тупланма өлөшөн түләмәйҙәр. Реформала күҙаллан­ғанса, хаҡлы ялға сыҡҡан тәүге көслө заттар (1967 йылғылар) уны 2032 йылда ғына аласаҡ.

Тәртип даими үҙгәреп тора.

Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА

Читайте нас в