“Дәүләт хеҙмәттәре” порталында аҙ килемле ғаиләләр өсөн 8 йәштән 17 йәшкә тиклемге балаларға айлыҡ түләүгә ғаризаны бөгөндән яҙа алаһығыҙ. Был ғаиләләргә май байрамдарында мәшәҡәт тыуҙырмау өсөн эшләнә. 26-30 апрелдә тултырылған ғаризалар Пенсия фонды тарафынан дөйөм тәртиптә 1 майҙан ҡараласаҡ.
– Байрамдарға ҡарамаҫтан, Пенсия фондының клиент хеҙмәттәре эшләйәсәк,– тип билдәләне Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Антон Котяков.
Яңы түләүҙәрҙе рәсмиләштереү процедураһы ябай. “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында электрон рәүештә йәки күп функциялы үҙәктәрҙә, Пенсия фондының клиент хеҙмәттәрендә ғариза бирергә мөмкин. Күпселек осраҡта ата-әсәләрҙән өҫтәмә документтар талап итмәйәсәктәр. Бөтә кәрәкле белешмәләр дәүләт мәғлүмәт системаларынан алына.
Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.