Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
28 Апрель 2022, 17:45

Йәшәү йәме – балала

“27-28 йәшлек гүзәл зат вәкилдәренән һораша башлаһаң, күбеһенең әле әсәй булырға йыйынмауы асыҡлана...”

Йәшәү йәме – балала
Йәшәү йәме – балала

Өфөлә “Уйлап бала тап” проекты сиктәрендә ирҙәрҙең һәм ҡатындарҙың репродуктив сәләмәтлеге буйынса бушлай семинар үткәрелде.

Бөгөн, 28 апрелдә, Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәтселек палатаһы ағзаһы, “Уйлап бала тап” проекты етәксеһе, “Башҡортостан Республикаһы әсәйҙәре” коммерцияға ҡарамаған ойошма рәйесе Диана Фәрәхова (фотола) ир-егеттәрҙең һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың репродуктив сәләмәтлеген һаҡлау буйынса бушлай семинар үткәрҙе.

“Беҙ бөгөн һаулығыбыҙ, йәшәйешебеҙҙең мөһим өлөшө - быуын сылбырҙарының өҙөлмәүе хаҡында медицина, психология һәм социаль йәһәттән ныҡ уйланабыҙ”, - тип белдерҙе ул. Әйткәндәй, “Уйлап бала тап” проекты йәш быуын вәкилдәрендә ғаиләгә, үҙҙәренең сәләмәтлегенә, бала табыуҙы планлаштырыуға дөрөҫ ҡараш булдырыу, ҡатын-ҡыҙҙарға һәм ир-егеттәргә социаль, психологик ярҙам күрһәтеү һәм башҡа маҡсаттарҙа барлыҡҡа килгән. Был проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты аҡсаһына Башҡортостандың Гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеге, йөклөлөк, уны планлаштырыу һәм башҡалар тураһында акушер-гинеколог Резеда Шоңҡарова һөйләне. “Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә 6 миллион ҡатын һәм 4 миллион ир түлһеҙлек менән йонсой. Ә был һандар – асыҡланғаны ғына. Ә беҙ белмәгән осраҡтар күпме икән? - тине белгес. - Әсәйлек – ул бәхет, үҙе бер ҡиммәт. Тик бына миңә күренергә килгән 27-28 йәшлек гүзәл зат вәкилдәренән һораша башлаһаң, күбеһенең әле әсәй булырға йыйынмауы асыҡлана”.

“Согаз” мотлаҡ медицина страховкаһы ойошмаһы етәксеһе урынбаҫары Гөлнара Саттаров семинарға килгәндәргә мотлаҡ страховка һәм ошо өлкәләге хоҡуҡтар хаҡында һөйләне. “Беҙ барыбыҙ ҙа ҡулланыусылар. Дауаханаларҙа, поликлиникаларҙа беҙ - медицина хеҙмәтенән файҙаланыусылар. Ә был хеҙмәттәр ваҡытында күрһәтелергә һәм сифатлы булырға тейеш”, - тине ул.

Һеҙҙең социаль ярҙам һәм ошо юҫыҡтағы башҡа һорауҙарығыҙ бар икән, тәүлек әйләнәһенә эшләгән 8-800-2000-122, 8-800-347-5000 телефондары буйынса шылтыратырға мөмкин.

Автор фотоһы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас в