Күпселек халыҡты бөгөн киң ҡулланыу тауарҙарына, аҙыҡ-түлеккә, төрлө хеҙмәттәргә хаҡтарҙың артыуы борсой. Ә табип-онкологтарҙы һәм пациенттарҙы бынан да етдиерәк мәсьәлә борсой, валюталар курсының үҙгәреүе һәм санкциялар баҫымы аҫтында дауалау стандарттарын һаҡлап ҡалып булырмы? Яман шештән яфаланғандарға бөгөн тейешле препараттар етерлекме, киләсәктә дарыуҙар менән ни булыр?
Ҡиммәтле ваҡыт юғалтылған
Коронавирус тирәләй барған ығы-зығы медицинаның башҡа тармаҡтарына иғтибарҙы кәметте, шул иҫәптән үлем күрһәткестәре буйынса лидерлыҡты тотҡан онкология тармағына ла. БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2021 йылда онкология сирҙәре күрһәткесе 100 мең кешегә 293-кә тиклем күтәрелде (2020 йылда – 273). Ведомство етәкселәре иҫәпләүенсә, быға диспансерлаштырыуҙы туҡтатыу һәм һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһында эшләгән табиптарҙың сирҙе асыҡлауға иғтибарын кәметеүе сәбәпсе.
“Росздравнадзор” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, диспансерлаштырыуҙы туҡтатыу арҡаһында 734 пациенттың шештәрҙе иртә стадияла диагностикалау өсөн ҡиммәтле ваҡыты юғалтылған. Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Елена Ғәлимуллина әйтеүенсә, 2020 йылда был сирҙән үлем күрһәткесе бер аҙ кәмегән. Ғүмерҙең биш йылға оҙайтылыу күрһәткесе – 58 процент, сирҙе беренсе-икенсе стадияла асыҡлау күрһәткесе 54,4 процент тәшкил иткән.
Икенсе яҡтан, пандемия дистанциялы технологиялар үҫешен тиҙләтте, 2020 йылда Республика онкология диспансеры 29 меңгә яҡын телеконсультация үткәрһә, 2021 йылда – 51 меңдән ашыу. Өҫтәүенә онкология диспансерының филиалдары барлыҡҡа килде. 2019 йылдан алып 13 амбулатор онкология ярҙамы үҙәге ишектәрен асты. Март айында шешкә ҡаршы ун дарыу терапияһы бүлексәһе лицензия алды.
Был ҡыуаныслы хәбәрҙәргә пациенттар рәхмәт әйтә. “Мәсәғүттә филиал асып, бик дөрөҫ эшләнеләр, әйләнгән һайын Өфөгә йөрөү ауыр, матди яҡтан да”, – тип яҙа Роберт исемле ир. “Хәҙер дауалауҙы, һауыҡтырыуҙы ойоштороу мәсьәләләре урында хәл ителә, быныһы яҡшы”, – тип хәбәр итә Салауат ҡалаһынан Надежда ханым. “Бөрө ҡалаһында химия терапияһы асылыуына шатмын, диспансер етәкселегенә рәхмәт”, – тип белдерә Наталья.
– Пациенттар, стандарттарға ярашлы, амбулатор һәм стационар химия терапияһын ала. Хеҙмәткә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙары урында рәсмиләштерелә, – тип аңлатты БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш онкологы Рөстәм Әйүпов. – 2019 йылда амбулатор онкология ярҙамы үҙәктәрендә – 527, 2020 йылда – 11 605, 2021 йылда 24 913 химия терапияһы үткәрелде.
Аналогтарға ышаныс бармы?
Валюталар курсының күтәрелеүе һәм санкциялар баҫымы фармацевтика баҙарындағы хәлде ҡатмарлаштырҙы. Эксперттар күҙаллауынса, сит ил препараттарына хаҡтар артыуы иң насары түгел әле, бына уларҙың Рәсәй баҙарынан юҡҡа сығыуы хәүефле. Һаулыҡ һаҡлау министрлығында билдәләүҙәренсә, был мөһим процесс контролгә алынған, әлегә дарыуҙарға ҡытлыҡ юҡ, һуңғы ике-өс йылда сит ил дарыуҙары урынын үҙебеҙҙә етештергәндәре яулай, медицина ойошмаларын йыһазландырыу дауам итә. Шуның менән бергә ҡайһы бер комплектлау әйберҙәре етешмәү мәсьәләһе килеп тыуһа, һатып алыуҙарҙы “ҡулайлаштырырға” тура киләсәген дә йәшермәй етәкселәр.
Мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда онкология диагнозы менән 1581 федераль һәм 33 меңдән ашыу төбәк льготаһына эйә булған ауырыу йәшәй. Бөгөн ташламалы дарыуҙар менән тәьмин итеүгә срогы сыҡҡан рецепттарҙың юҡлығын белдерә етәкселәр. Шулай ҙа күп пациенттар сит ил препараттарын арзаныраҡ, уларҙың фекере буйынса, аҙ тәьҫирлерәк аналогтарға алмаштырыуға риза түгел. “Росздравнадзор”ҙың дарыуҙар әйләнешен контролдә тотоу бүлеге начальнигы Рөстәм Мөхәмәтйәнов әйтеүенсә, сит ил фармацевтика компаниялары Рәсәйгә йәшәү өсөн мөһим булған дарыуҙар исемлегендәге препараттарҙы ебәреүен дауам итә. Дарыуҙарҙы халыҡ-ара патентланмаған атамаһы буйынса алалар, был уларҙы үҙебеҙҙәге аналогтар менән алмаштырырға мөмкинлек бирә. Санкциялар баҫымы йоғонтоһон кәметеү өсөн препараттарҙы өсөнсө илдәр аша алыу варианттары ла ҡарала.
Яуаплылыҡ ҙур
Сауҙа итеү өлкәһендәге хәл ҡатмарлы. “Росздравнадзор” мәғлүмәттәре буйынса, йыл башынан федераль аҡсаның ни бары 16,3 проценты ғына үҙләштерелгән. “Беренсе кварталда был йәһәттән проблема булманы. 25 процентҡа булһа ла, һатып алыуҙарҙы ойошторорға мөмкин булыр ине”, – тип билдәләне Рөстәм Мөхәмәтйәнов.
2021 йылда 12 медицина учреждениеһына дарыуҙарҙы тәғәйенләү ҡағиҙәһен боҙған өсөн иҫкәртеү яһалған. “Йәшәүгә тиң хоҡуҡ” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы етәксеһе Александр Болонистов әйтеүенсә, йыш ҡына табиптар пациенттарҙан бушлай рецептҡа булған хоҡуғын йәшерә, шуға күрә кешеләр дарыуҙарҙы үҙ иҫәбенә алырға мәжбүр. Эксперттар әйтеүенсә, сәбәбе – дарыуҙар биреү срогын билдәләгән регламенттың булмауы һәм уларҙы үтәмәгән вазифалы етәкселәргә ҡарата яуаплылыҡтың йомшаҡлығы.
Саралар ҡабул ителеүгә ҡарамаҫтан, тармаҡ кадрҙарға мохтажлыҡ кисерә. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, табип-онкологтарға ҡытлыҡ ҙур – 410 белгес кәрәк. Маҡсатлы йүнәлтмә менән уҡығандарҙың күбеһе райондарға ҡайтмай, мәҫәлән, 2021 йылда 14 йәш белгестең ни бары алтыһы ғына тыуған яғында эшкә урынлашҡан. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы район онкологтарын өҫтәмә дәртләндереү аша мәсьәләне хәл итергә һәм маҡсатлы йүнәлтмә менән уҡыу шарттарын ҡәтғиләндерергә тәҡдим итә.
Адель Измайлов, Республика клиник онкология диспансерының баш табибы:
– Беҙ әлегә һиҙелерлек санкциялар баҫымын тойманыҡ: бер йылға дарыуҙар һатып алынған, шешкә ҡаршы һәм таргет терапияһы өсөн препараттарға ҡытлыҡ юҡ. Фармкомпаниялар вәкилдәре хеҙмәттәшлекте өҙөргә теләмәй. Сығым материалдарына һәм санитайзерҙарға 20-30 процентҡа хаҡ артты, был ҡурҡыныс түгел, бындай хәлде пандемия осоронда үттек.
Туҡланыуҙың ҡиммәтләнәсәге хаҡында иҫкәрттеләр, был да хәүеф тыуҙырмай, хәл итерлек мәсьәлә. Мин пациенттарыбыҙ бөтә стандарттарға ярашлы медицина ярҙамы менән тәьмин ителәсәк тип ышандыра алам. Әлеге ваҡытта беҙҙе коронавирустың алтынсы тулҡыны нығыраҡ борсой, уның эшебеҙҙе ҡатмарландырыуы ихтимал.
Динә АРЫҪЛАНОВА