Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
29 Апрель 2022, 21:30

Пациенттарға уңайлы булһын өсөн

"Республика райондары һәм ҡалалары дауаханалары автомобиль парктарын даими яңыртыуҙы дауам итәбеҙ. Бөгөн тапшырған заманса машиналар пациенттарҙың сәфәрен уңайлы, хәүефһеҙ итәсәк".

Пациенттарға уңайлы булһын өсөн
Пациенттарға уңайлы булһын өсөн

29 апрелдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика медицина ойошмаларының баш табиптарына аҙ хәрәкәтләнгән пациенттарҙы ташыу өсөн тәғәйенләнгән 22 автомобиль асҡысы тапшырҙы.

- Беҙ республика райондары һәм ҡалалары дауаханалары автомобиль парктарын даими яңыртыуҙы дауам итәбеҙ. Бөгөн тапшырған заманса машиналар пациенттарҙың сәфәрен уңайлы, хәүефһеҙ итәсәк. Республикала бындай автомобилдәргә ихтыяж – 250 тирәһе. Уны 2024-2025 йылға тиклем тамамларға уйлайбыҙ, - тине Радий Хәбиров. – Кисә илебеҙҙә Ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнде. Барлыҡ табиптарыбыҙҙы, фельдшерҙарыбыҙҙы һәм “Ашығыс ярҙам” водителдәрен оҫталығы, үҙ һөнәренә тоғролоғо - кешеләрҙең ғүмерен, сәләмәтлеген һаҡлағаны өсөн рәхмәт белдерәм.

Шуны билдәләргә кәрәк, 22 автомобилде һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау төбәк программаһы буйынса һатып алғандар. Ул “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла. Яңы техниканы һатып алыу өсөн федераль һәм республика бюджетынан 34,9 миллион һум бүленгән.

Республика етәксеһе “LADA Largus” автомобилдәре базаһында ватан етештереүендәге заман техникаһын ҡараны. Улар пациенттарҙы медицина тикшереүе, кәрәккәндә дауаланыу өсөн медицина ойошмаларына алып барыуға иҫәпләнгән. Улар араһында инвалид коляскаларындағы кешеләрҙе ташыуға тәғәйенләнгәндәре лә бар. Улар пассажир салонға инә алһын өсөн аппарель менән тәьмин ителгән.

Белешмә. Яңы автомобилдәр Өфөнөң 21-се, 13-сө клиник дауаханаларына, Стәрлетамаҡтағы 2-се ҡала дауаханаһына, шулай уҡ Асҡын, Архангел, Баҡалы, Бәләбәй, Бөрө, Благовещен, Балтас, Бүздәк, Борай, Бөрйән, Үрге Йәркәй, Йылайыр, Иглин, Краснокама, Туймазы, Талбазы, Яңауыл үҙәк район дауаханаларына йүнәлә.

Фото: glavarb.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: