Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
4 Май 2022, 22:30

Иғтибар үҙәгендә - хеҙмәт баҙарының хәле

“Бөгөнгө шарттарҙа хеҙмәт баҙарына ярҙам итеү – беҙҙең берҙәм эшебеҙҙең, Хөкүмәт эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәренең береһе”.

Иғтибар үҙәгендә - хеҙмәт баҙарының хәле
Иғтибар үҙәгендә - хеҙмәт баҙарының хәле

Рәсәй Президенты Владимир Путин илдең хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Антон Котяков менән осрашты.

“Бөгөнгө шарттарҙа хеҙмәт баҙарына ярҙам итеү – беҙҙең берҙәм эшебеҙҙең, Хөкүмәт эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәренең береһе”, – тип билдәләне дәүләт башлығы.

Министр Рәсәй Президентына балалы ғаиләләргә һәм инвалидтарға ярҙам тураһында һөйләне. Һүҙ хеҙмәт баҙары хаҡында ла барҙы. Илебеҙҙә әле яҡынса 3,1 миллион эшһеҙ иҫәпләнә, улар һаны тотороҡло ҡала килә. “Беҙ әүҙем эшмәкәрлеген һаҡлап ҡалырға тырышҡан, әммә логистик сылбыр йә сеймал менән тәьмин ителеүгә бәйле ауырлыҡтарға осраған эш биреүселәргә ярҙам итеү өсөн программалар әҙерләгәнбеҙ. Ҡайһы саҡ предприятие хужаларына киләсәктә яңы технология процестарында ҡатнаштырыр өсөн хеҙмәткәрҙәрен яңынан уҡытып алырға тура килә”, – тине Антон Олегович.

Владимир Путин мәшғүллек мәсьәләһен даими контролдә тотоу бурысын ҡуйҙы.

Фото: kremlin.ru

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Танзиля Давлетбердина
Читайте нас: