Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
5 Май 2022, 21:15

Бәпес тыуҙы!

Сабый тыуҙы! Ошонан да матурыраҡ яңылыҡ бармы икән донъяла?!

Бәпес тыуҙы!
Бәпес тыуҙы!

Бала тыуҙы! Ошонан да матурыраҡ яңылыҡ бармы икән донъяла?! Бәпес ҡайта өйгә, тимәк, ғаиләгә яңы йәм, шатлыҡ, бәхет өҫтәлә.

Сабый донъяға килеү – һәр кемдең, айырыуса ҡатын-ҡыҙ ғүмерендә була торған иң ҡыуаныслы ваҡиға. Акушер һөнәренә эйә булған кеше бала тыуыу процесында туранан-тура ҡатнаша, әһәмиәтле роль уйнай. Бөгөн иһә тотош донъяла уларҙың һөнәри байрамы билдәләнә.

Халыҡ-ара акушер көнөнөң маҡсаты - ошо һөнәрҙең әһәмиәтенә иғтибар йүнәлтеү. Был дата 1987 йылда Голландияла акушерҙарҙың халыҡ-ара конференцияһында булдырылған. Биш йылдан күп илдә рәсми билдәләнә башлаған. 5 майҙа 60-ҡа яҡын ил акушер көнөн билдәләй. Беҙ ҙә был һөнәр эйәләрен ҡотлайбыҙ һәм изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!

Бәпес ҡайтты

Бәпес ҡайтты, бәпес ҡайтты,
Өйөбөҙҙә ҡояш ҡалҡты:
Аҡ биләүҙә серле йомаҡ,
Илауы ла моңло һымаҡ.
Бәпес ҡайтты, бәпес ҡайтты,
Мәшәҡәт һәм шатлыҡ артты.
Башлана бер яңы ғүмер.
Ниҙәр белер, ниҙәр күрер?!
Бәпес ҡайтты, бәпес ҡайтты,
Үтер юлы булһын яҡты.
Тыуған өйгә, тыуған ергә
Хужа булып бәпес ҡайтты.
Бәпес ҡайтты, бәпес ҡайтты,
Мәшәҡәт һәм шатлыҡ артты.
Башлана бер яңы ғүмер.
Ниҙәр белер, ниҙәр күрер?!

                           Гөлфиә Юнысова.

Фото: fb.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас в