“Атай ҡаһарманлығы” ижтимағи наградаһына өсөнсө тапҡыр үткәреләсәк республика конкурсына ғаризалар ҡабул ителә.
Әлегә Ҡырмыҫҡалы районынан Владлен Михайлов – сарала ҡатнашыусыларҙың береһе. Ул ун йылдан ашыу “Йәшлек” өҫтәмә белем биреү үҙәгендә педагог булып эшләй. Ҡатыны Әлмира менән биш бала тәрбиәләйҙәр. Ариана - 4-се, Артемий - 7-се, Милана 10-сы класта уҡый, Владлена – М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының I курс студенты, Владлен контракт нигеҙендә хеҙмәт итә.
Конкурста Рәсәйҙә биш йылдан күберәк йәшәгән, балаларын лайыҡлы тәрбиәләгән атайҙар ҡатнаша ала. Ғаризалар 1 июлгә тиклем ҡабул ителә, награда өсөн материалдарҙы 1 октябргә ҡәҙәр республика Йәмәғәт палатаһының электрон адресына ебәрергә кәрәк: [email protected]. Белешмәләр өсөн телефон: 280-82-36.
Фото: Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.