Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары “Башҡортостан Республикаһында инвалидтарҙы социаль яҡлау” законына беренсе уҡыуҙа үҙгәрештәр ҡабул итте. Республика парламентының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, инвалидтарҙы һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеүҙең яңы механизмы булдырылған. Уларға социаль яҡлау килешеүҙәре буйынса торлаҡ сертификаттары биреләсәк.
Һүҙ торлаҡҡа мохтаж булған һәм 2005 йылдың 1 ғинуарынан һуң иҫәпкә торған, хроник сирҙәрҙең ауыр формаларына дусар кешеләр тураһында бара. Бер сертификат номиналы – яҡынса 2,4 миллион һум. Инвалидтарҙы торлаҡ менән тәьмин итеүгә республика бюджетына һалынған средстволар күләменән сығып, быйыл торлаҡ сертификатын 74 ғаилә аласаҡ. Шул рәүешле кеше үҙенә уңайлы урында – дауаханаға яҡын йәки социаль учреждение эргәһендә торлаҡ алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.
Фото: Башҡортостан ДТРК-һы