Башҡортостан
-11 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
11 Май 2022, 18:30

Өлкәндәр был программаны ярата

"Өфө кешеһе ғүмер буйы Башҡортостандың матур тәбиғәтен, ә икенсе ҡалалағылар баш ҡаланы күрмәй".

Өлкәндәр был программаны ярата
Өлкәндәр был программаны ярата

Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә “Башҡортостанда оҙон ғүмер” проектын тормошҡа ашырыу барышы тикшерелде. Ул 2020 йылда төбәк етәксеһе башланғысы буйынса барлыҡҡа килде. Маҡсаты изге – өлкән йәштәге кешеләр әүҙем һәм сәләмәт тормош алып барһын, ижтимағи-сәйәси тормошта әүҙем ҡатнашһын өсөн.

– Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә халыҡты һаҡлауҙы милли өҫтөнлөк тип билдәләне. 2030 йылға ил буйынса уртаса ғүмер оҙонлоғо 78 йәш тәшкил итергә тейеш, – тине ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. – Былтыр эпидемиологик хәл менән ауырлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, проектҡа 500 мең кешене йәлеп итә алдыҡ.

“Башҡортостанда оҙон ғүмер” проекты саралары китапханаларҙа, мәҙәниәт йорттарында, физкультура-һауыҡтырыу комплекстарында, белем биреү учреждениеларында үтә. Проектта ҡатнашыусылар ижад, физкультура менән шөғөлләнә, “Өлкәндәр университеты” программаһы нигеҙендә яңы белем туплай. 2021 йылда “Көмөш йәш сәғәте” форматында 25700 кеше диспансерлаштырыуҙың беренсе этабын үткән. Пенсионерҙар араһында республика буйынса сәйәхәт ҙур популярлыҡ яулай. Үҙенсәлекле туристик маршруттарҙы күптәр яратып өлгөргән. “Өфө ҡунаҡтар ҡаршылай”, “Бөрө – тарих һәм бөгөнгөһө”, “Красноусольсктың изге сығанаҡтарына”, “Торатау геопаркы” һәм башҡа программалар күптәргә оҡшаған.

– Краснокама, Мәсетле райондары тәжрибәһен баһаларға була. Мәҫәлән, Мәсетле районының “Ағинәй” көмөш ирекмәндәре мәктәп уҡыусылары һәм ауылдаштары араһында тәрбиәүи-патриотик эш алып бара. Өлкәндәр алкоголле эсемлектәр эскән ҡатын-ҡыҙҙарға аңлатыу эштәре алып бара, уларҙы сәләмәт тормош алып барыуға өгөтләй, – тине министр.

Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына урындағы туристик маршруттарҙы эшләп бөтөргә һәм яңы нөктәләр өҫтәргә ҡушты.

– Үткән ялдарҙа ҡатыным менән Баҡалы районының үҙенсәлекле урынында – Бугабаш Богородице-Одигитриевское ҡатын-ҡыҙҙар монастырында булдыҡ. Унда ғилми-мәғрифәт үҙәге төҙөлә. Был урынды ла “Башҡортостанда оҙон ғүмер” программаһына индерергә кәрәк. Унда күпләп киләләр, шуға күрә юлды ремонтларға кәрәк, – тине ул. – Башҡортостанды беҙҙең халыҡ өсөн дә асырға кәрәк. Йыш ҡына шулай була: Өфө кешеһе ғүмер буйы Башҡортостандың матур тәбиғәтен, ә икенсе ҡалалағылар баш ҡаланы күрмәй. Пенсионерҙар өсөн программаны үҫтерергә кәрәк.

Фото: veteranrb.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в