Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
12 Май 2022, 15:00

Ауылдарҙа йәшәү шарттары нисек?

Йәшәү кимәлен яҡшыртыу - бөгөн төп маҡсаттарҙың береһе

Ауылдарҙа йәшәү шарттары нисек?
Ауылдарҙа йәшәү шарттары нисек?

 

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ауылдарҙа төҙөлөш барышы тураһында түбәндәге яҙма менән бүлеште:

  • Башҡортостанда яҡынса 40 процентты ауыл халҡы биләй. Шуға районда йәшәү сифатын күтәреү - беҙҙең өсөн мөһим сәйәси бурыстарҙың береһе булып һанала. Ошоға бәйле  ауыл биләмәләренең комплекслы үҫеше дәүләт программаһына индек. Унда ҡатнашыу һөҙөмтәләре буйынса  илдә алдынғы  төбәктәр рәтендәбеҙ.

 Һуңғы ике йылда торлаҡ, социаль объекттар, юлдар төҙөлөшө, биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә беҙ 3,8 миллиард һум аҡса йүнәлттек, шул иҫәптән федераль аҡсалар ҙа. 433 ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға субсидиялар алды, 100-ләп ғаиләгә йорттар төҙөлдө, биләмәләрҙе төҙөкләндереү буйынса 90 проектты тормошҡа ашырҙыҡ, 14,2 километр асфальт түшәлде, 33 километр газүткәргестәр, 18 километрҙан ашыу һыуүткәргестәр һалынды. Тағы ла 202 предприятие 700-гә яҡын хеҙмәткәренә уҡытыу һәм  производство практикаһын уҙғарыуға бәйле сығымдары буйынса субсидиялар алды.
 Шуны билдәләр инем, республика халҡы тарафынан  ташламалы ипотека механизмы ла  ҙур  һорау менән файҙаланыла. Былтыр вәкәләтле банктар тарафынан 5,7 миллиард һумға яҡынса өс мең кредит бирелде. Был ярҙам сараһы буйынса икенсе йыл Рәсәйҙә 1-се урын алып киләбеҙ. Быйыл да федераль үҙәк менән тығыҙ эш һөҙөмтәһендә Рәсәйҙең ауыл хужалығы министрлығы тарафынан бүленгән  финанслауҙың ҙур ғыны өлөшөн йәлеп итеүгә  өмөт итәбеҙ.    
 Ике йыл эсендә ауыл биләмәләренең комплекслы үҫеше программаһы үҙенең һөҙөмтәлелеген  дәлилләне, шуға ла әлеге ябай булмаған иҡтисади шарттарҙа республиканың дәүләт программаһында ҡатнашыу кимәлен киңәйтергә уйлайбыҙ.

 Ағымдағы йылда 51 ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға субсидия алды, 21 ғаилә өсөн йорттар төҙөү буйынса эш башланды. Шулай уҡ Ауырғазы һәм Борай райондарында комплекслы торлаҡ төҙөлөшөн тормошҡа ашырыу планы бар.

Раевка ауылында 375 урынға мәктәп һәм Борайҙа  физкультура-һауыҡтырыу комплексын төҙөүҙе дауам итәбеҙ. Дөйөм алғанда,  68 объект  төҙөлә, бер үк ваҡытта биләмәне төҙөкләндереү буйынса 40 проектты тормошҡа ашырыу өҫтөндә лә эшләйбеҙ. Шулай уҡ 80 предприятие өсөн 210 хеҙмәткәрҙе уҡытыу буйынса субсидия ҡаралды.
 Дәүләт программаһында тағы ла һөҙөмтәлерәк ҡатнашыу өсөн  төбәктең ауыл хужалығы минстрлығынан тыш,  дәүләт власының барлыҡ органдарын һәм урындағы үҙидаралыҡты ла йәлеп итәсәкбеҙ.


 Фото: Андрей Назаровтың социаль сәхифәһенән.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: