Ҡәрҙәштәр, дуҫтар, туғандар! Барығыҙҙы ла бөтәбеҙ өсөн мөһим, көс-дәрт биргән, ауыр саҡта таяныс булған ғаиләгә арналған байрам менән ҡотлайбыҙ!
Ғаилә – йәмғиәтебеҙҙең айырылғыһыҙ төп, әһәмиәтле өлөшө. Һәр беребеҙҙең ғүмере ошо нигеҙҙән башлана, ул быуындарҙы бер-береһенә бәйләүсе, нығытыусы, дауам иттереүсе үҙәк.
19 майға тиклем Башҡортостанда Халыҡ-ара ғаилә көнөнә арналған ғаилә аҙнаһы үтә. 13 майҙа “Торатау” конгресс-холында ғаилә фестивале уҙһа, бөгөн республика халҡы “Бәйләнештә” селтәрендәге шәхси битенә ғаилә менән төшкән фотоһын #мысемья102 хештегы менән ҡуйып, конкурста ҡатнаша һәм бүләк ота ала.
17 майҙа Күп функциялы үҙәктәр майҙандарында һәм “Ғаилә” үҙәктәрендә “Файҙалы осрашыуҙар” марафоны, ә 18 майҙа “Ғаиләнең спорт иртәһе” акцияһы ойошторола.
Халыҡ-ара ғаилә көнө алдынан Башҡортостанда “Ура, беҙ өйләнештек!” тигән акция иғлан ителгәйне. Уҙған ике көндә ЗАГС бүлектәрендә 172 яңы пар теркәлеп, уларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
"Беҙ бөгөнгө датаны ла, 8 июлдә билдәләнгән Рәсәй ғаилә көнөн дә байрам итергә тырышабыҙ, был йола берҙәмлекте нығытырға булыша", - ти өс бала әсәһе, “Мираҫ” халыҡ йыр һәм бейеүҙәр фольклор ансамбле солисы Сәлимә Юлдашбаева.
Фото: BashNews