Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
16 Май 2022, 23:15

Етем балаларға ярҙам саралары арттырыла

Дәүләт булышлығында ремонт үткәреү өсөн ниндәй документтар кәрәк?

Етем балаларға ярҙам саралары арттырыла
Етем балаларға ярҙам саралары арттырыла

Республиканың муниципаль райондары һәм ҡалалары мәғлүмәттәренә ярашлы, быйыл етем балаларҙың 73 торлағын ремонтлау планлаштырыла.Был эш 10,95 миллион һум тәшкил итәсәк.

"Бындай ярҙам сараһы үҙенең тәьҫирлеген күрһәтте. Ул торлаҡтарҙы һаҡлауҙы тәьмин итәсәк, шулай уҡ уларҙың йәшәү өсөн йәки санитар һәм техник ҡағиҙәләргә, нормаларға ярашмауына юл ҡуймаясаҡ", – тине ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

2021 йылда министрлыҡ башланғысы менән етем балаларға тәғәйенләнгән торлаҡ биналарын ремонтлауға тотонолған сығымдарҙың иң юғары дәүмәле 50 меңдән 150 мең һумға тиклем арттырылды.

Етемдәр дәүләт хеҙмәтенән ошо осраҡтарҙа файҙалана аласаҡ: бер тапҡыр (бер нисә торлаҡ бинаһы булғанда бары береһе генә ремонтлана); 18 йәш тулғандан һуң; бәлиғ йәшкә еткәнсегә тиклем тулы хоҡуҡҡа һәләтле булған осраҡта.

Ремонт үткәреү өсөн ошондай документтар кәрәк: торлаҡтың йәшәүгә яраҡлығын һәм ремонт талап ителеүен таныу тураһында ведомство-ара комиссияһы һығымтаһы; ремонт эшләүгә сәбәптәр күрһәтелгән торлаҡты тикшереү акты.

Ремонт эштәрен башҡарыусыны (подрядсыны) Рәсәй федерацияһы закондары талаптарына ярашлы урындағы үҙидара органы билдәләй. Дәүләт хеҙмәте етем балаларҙың ғаризаһы буйынса (ғариза 18 йәштән 23 йәшкә тиклем яҙыла) күрһәтелә, йәки уларҙың законлы вәкилдәре ғаризаһы торлаҡ урынындағы опекаға тапшырыла. Ғаризаны опека органына шәхсән тапшырырға йәки “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша онлайн режимында бирергә мөмкин.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=55968

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: