Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
17 Май 2022, 23:15

Баланың үлемендә ялған мәғлүмәт таралмаһын өсөн

Министрлыҡ журналистар өсөн асыҡ һәм бөтә кәрәкле мәғлүмәтте бирергә әҙер. 

Баланың үлемендә ялған мәғлүмәт таралмаһын өсөн
Баланың үлемендә ялған мәғлүмәт таралмаһын өсөн

Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡайһы бер мәғлүмәт сараларында Серафимовка балалар йорто-интернатында булған хәл тураһында яҙыуҙарына иғтибар итте.

Улар билдәләүенсә, ҡайһы бер журналистар бында быйыл ғинуарҙа эпилепцияның ауыр формаһы менән сирләгән баланың үлемендә факттар менән уйнаған. Республиканың социаль учреждениелары һәр саҡ мәғлүмәти яҡтан асыҡ һәм эшмәкәрлеген күрһәтеп алып бара, шуға күрә был хәлде лә ентекле өйрәнергә, системалы анализ кәрәк тигән фекерҙә.

“2019-2020 йылдарҙа Серафимовка балалар йорто-интернатына күп тапҡыр Рәсәйҙә билдәле кешеләр килде. Мәҫәлән, йәмәғәт тикшереүҙәре сиктәрендә, Рәсәй Йәмәғәт палатаһы ағзалары Сергей Рыбальченко, Андрей Царев, актриса Ксения Алферова, “Вера” хәйриә фондына нигеҙ һалған Нюта Федермессер килгәне булған. Белгестәр фекере һәм баһаһына таянып, министрлыҡ был учреждениела бирелгән хеҙмәттәр һөҙөмтәлелеген һәм сифатын арттырыу өсөн 2021-2023 йылдарға юл картаһы төҙөгән. Унда ойоштороу, реабилитация һәм уҡытыу-методик саралар инә. Мәҫәлән, былтыр өҫтәмә дөйөм үҫтереүсе программалар төҙөлгән”, – тинеләр министрлыҡта.

Әлеге ваҡытта Серафимовка балалар йорто-интернатында 274 бала хеҙмәтләндерелә. Был учреждение инвалид-балалар, шул иҫәптән паллиатив балалар йәшәгән берҙән-бер дәүләт медик-социаль учреждениеһы.  

“Киң матбуғат саралары вәкилдәренә еткерәбеҙ: учреждениела фажиғәле хәлдән һуң министрлыҡтың пландан тыш тикшереүе булды. Бәлиғ булмаған баланың үлеме осрағы буйынса Тәфтиш комитеты белгестәре тикшереүҙе дауам итә. Улар ваҡиғаны бөтә яҡлап тикшереп бөткәндән һуң учреждение етәксеһе һәм тәрбиәселәр эшмәкәрлегенә хоҡуҡи баһа бирәсәк. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы дөрөҫ булмаған хәбәрҙәр таралмауына юл ҡуймаҫ өсөн һәр ваҡыт журналистар менән асыҡ һәм хеҙмәттәшлек итергә әҙер”, – тинеләр унда.

Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: