“8 – 16 йәшлек балаларға түләүҙәр билдәләнде. Улар хаҡында аңлатыбыраҡ яҙһағыҙ ине.
Ф. ТӨХБӘТУЛЛИНА”.
– Башҡортостанда йәшәүселәр 8 – 16 йәшлек балаларға яңы түләүҙәрҙе быйыл майҙа ала башланы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 8 мартта Рәсәй Президенты Владимир Путин балалы ғаиләләргә ярҙам саралары булараҡ ошо хаҡта белдергәйне.
Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, яңы түләүҙәрҙе тәғәйенләү өсөн шарттар – өс-ете йәшлек балаларға тәғәйенләнгән кеүек үк. Пособиелар Башҡортостандағы балаға йәшәү минимумынан алып 50, 75 йәки 100 процент күләмендә тәғәйенләнәсәк. Шул уҡ ваҡытта ғаиләнең милке лә иҫәпкә алынасаҡ.
Алгоритм түбәндәгесә. Әгәр балаға төбәктәге йәшәү минимумының 50 проценты күләмендә (5 339,5 һум) пособие тәғәйенләнгәндә, ғаиләнең йән башына уртаса килеме халыҡтың йән башына йәшәү минимумы кимәленән кәм булһа, пособие балаға төбәктә йәшәү минимумы кимәленең 75 проценты (8 009,25 һум) кимәлендә тәғәйенләнәсәк.
Әгәр балаға төбәктәге йәшәү минимумының 75 проценты (8 009,25 һум) күләмендә пособие тәғәйенләнгәндә, ғаиләнең йән башына уртаса килеме халыҡтың йәшәү минимумы кимәленән кәм булһа, пособие төбәк йәшәү минимумы кимәленең 100 проценты (10 679 һум) кимәлендә тәғәйенләнәсәк.
Әйткәндәй, Башҡортостанда балалы ғаиләләр барлығы 20 төр пособие ала. Уларҙың 11-е – төбәк бюджеты иҫәбенә, туғыҙы – федераль иҫәптән. Йыл һайын республикала түләүҙәр буйынса 70 мең тирәһе балалы ғаилә мөрәжәғәт итә. Шулай итеп, өстән ете йәшкә тиклемге балалар өсөн пособиеларҙы 67 987 ғаилә ала һәм уларҙа 79 519 бала тәрбиәләнә.
Күп балалы ғаиләләр иғтибарына тағы бер яңылыҡ бар: “Транспорт һалымы тураһында”ғы Законға төҙәтмәләрҙең ғәмәлгә инеүенә бәйле күп балалы ғаиләләргә түбәндәге һалым ставкалары ғәмәлдә. Бына улар:
l Күп балалы тип танылған ата-әсәләрҙең (уллыҡҡа алыусыларҙың) йәки опекундарҙың (попечителдәрҙең) береһен 150 ат көсөнә тиклемге ҡеүәтле еңел автомобилгә, шулай уҡ 125 ат ҡеүәтенә тиклемге автобусҡа – һәр типтағы бер транспорт сараһын һайлап – транспорт һалымын түләүҙән азат итеү.
l Күп балалы тип танылған ата-әсәләрҙең (уллыҡҡа алыусыларҙың) йәки опекундарҙың (попечителдәрҙең) береһен 150-нән 200-гә тиклем ат көсө ҡеүәтле двигателле еңел автомобилдәргә 50 процент күләмендә һалым түләүҙән азат итеү (ике һәм унан күберәк транспорт сараһы хужалары өсөн – бер транспорт сараһын һайлап).
l Шулай уҡ инвалид бала тәрбиәләгән ата-әсәләрҙең (уллыҡҡа алыусыларҙың) йәки опекундарҙың (попечителдәрҙең) береһе ҡеүәте 150 ат көсө булған двигателле еңел автомобилдәргә һалымдан азат ителә (ике йәки унан күберәк транспорт сараһы булғандар – бер транспорт сараһын һайлап).
Айһылыу НИЗАМОВА