Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
17 Май 2022, 17:18

Күсемһеҙ милек баҙарында ниҙәр бар?

Был хаҡта белеү ҡамасауламаҫ.

vbr.ru
Фото:vbr.ru

Тормошобоҙҙоң төрлө өлкәләрендә, шул иҫәптән күсемһеҙ милек тармағында ла үҙгәреш-яңылыҡтар даими теркәлеп тора. Мәҫәлән, күптән түгел Рәсәй Федерацияһы закондары тарафынан “блокланған төҙөлөш йорто”, “күп фатирлы йорт” һәм “аҙ ҡатлы торлаҡ комплексы” аңлатмалары индерелде.

Быға тиклем торлаҡ фонды өс төр объектты ғына үҙ эсенә ала ине: торлаҡ йорт, фатир һәм бүлмә. Таунхаус йәки дуплекс кеүек торлаҡ төрҙәренең хо­ҡуҡи статусы ғәмәлдә теркәлмәне. Улар торлаҡ йорт категорияһына ҡарай, тик үҙенсәлектәре бар – шәхси ҙә, күп фатирлы ла түгелдәр. Закон йәһәтенән торлаҡ тураһындағы закондарҙағы хоҡуҡи аңлашылмаусанлыҡ бөтөрөлә һәм милексе хоҡуҡтары яҡлана.

 

Ниңә кредитты күберәк алғандар?

 

Былтыр Башҡортостанда торлаҡты ипотекаға биреү кредитын рәсмиләштереүселәр һаны йылдам артҡан. Шулай итеп, күсемһеҙ милекте ипотекаға биреү буйынса дөйөм суммаһы 159,2 миллиард һум (был, 2020 менән сағыштырғанда, 25,5 процентҡа күберәк) тәшкил иткән 68,2 мең кредит (110,1 процент) бирелгән.

“Торлаҡты ипотекаға биреү кредиты буйынса төбәк баҙарының уңышлы үҫешенә “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты нигеҙендә түбәндәге ипотекаға булышлыҡ итеү дәүләт программалары этәргес көс булды: яңы төҙөлөшкә ташламалы ипотека, “ғаилә ипотекаһы”, “ауыл ипотекаһы”, күп балалы ғаиләләргә ипотека буйынса бурысты ҡаплау буйынса субсидия түләүҙәре программалары”, – тип белдерҙе республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин.

2021 йылда торлаҡты ипотекаға биреү кредиттары күләме буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында – икенсе, Рәсәйҙә һигеҙенсе урынды биләгән. Былтыр республикала яңы төҙөлөштә ташламалы ипотека буйынса 17,2 миллиард һумлыҡ 7462 кредит рәсмиләштерелгән. Был – кредит биреү күләме буйынса Рәсәйҙә икенсе, Волга буйы федераль округында – 11-се урын. Былтыр шулай уҡ “ғаилә ипотекаһы” буйынса 7,8 миллиард һумлыҡ 3171 кредит бирелгән (Рәсәйҙә – 10-сы, Волга буйы федераль округында – икенсе урын).

Бер үк ваҡытта Башҡортостан– “ауыл ипотекаһы”н һәм ипотеканы тү­ләү­ҙә бурысы булған күп балалы ғаилә­ләргә ярҙам итеү программалары буйынса Рәсәй төбәктәре араһында алдынғылар рәтендә. 2021 йылда “ауыл ипотекаһы” ярҙамында 5,9 миллиард һумлыҡ (2020 йыл менән сағыш­тырғанда, 12,0 процентҡа күберәк) 3003 кредит (7,0 процент) бирелгән. Былтыр республикалағы 5646 ғаилә (2020 йылда – 164,0 процент) ипотека бурысын ҡаплау өсөн 2,5 миллиард һумлыҡ субсидия алған. Был күрһәткес буйынса республика Рәсәйҙә – дүртенсе, Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләй.

Ихтыяждың артыуына нимә сәбәпсе?

 

Әйткәндәй, быйыл яҙҙың беренсе айында Башҡортостанда ташламалы кредитҡа ҡағылышлы 683 килешеү төҙөлгән. Уларҙың 606-һы төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыуға бәйле булһа, бер тиҫтәһе – һатып алыу һәм һатыу, 67-һе – хаҡын кәметеү килешеүе.

Ихтыяждың артыуы 1 апрелдән процент ставкаһының 7-нән 12 процентҡа тиклем күтәрелеүенә бәйле, тип бел­дерә белгестәр. “Ташламалы ипоте­ка”нан 11683 тапҡыр файҙаланғандар, – тип хәбәр иткән “Росреестр”ҙың Баш­ҡортостан буйынса идаралығы етәксе­һе урынбаҫары Марина Мартынова. – “Ауыл ипотекаһы” буйынса ставкалар үҙгәреше ҡаралмаған, шуға был йәһәт­тән күрһәткестәрҙең кәмеүе күҙәтелә.

“Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙә­ренсә, ведомство дәүләт программалары буйынса ипотеканы теркәү процесын ҡулайлаштырыуға айырыуса иғтибар бүлә. Бындай килешеүҙәр ҡыҫ­ҡа ваҡытта – ике көндә – ҡарала. Бынан тыш, “Росреестр”ҙың Башҡорт­остан буйынса идаралығында “ташламалы” һәм “ауыл” ипотекаһын теркәү өсөн мөрәжәғәт итеүселәргә һәр йәһәттән кәңәш бирелә.

Тағы шуныһы: Рәсәй Хөкүмәте ташламалы кредит биреүҙә генә туҡтап ҡалмаған, 4 апрелдә Хөкүмәт Рәйесе Михаил Мишустин резерв фондынан IT-белгестәр өсөн ташламалы ипотеканы субсидиялау өсөн 1,5 миллиард һум аҡса бүлеү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйған.

 

Төҙөүселәр өсөн ниндәй яңылыҡтар бар?

 

Башҡортостанда төҙөүселәр 15 процентҡа тиклемге күләмдә субсидия­ланған ставка алыу мөмкинлегенә эйә. Тап ошо маҡсатта Рәсәй Хөкүмәте быйыл 31 мартта 534-се ҡарар ҡабул иткән. Был иһә Рәсәй иҡтисады үҫе­шенә булышлыҡ итеү йәһәтенән беренсе сираттағы пландарҙың бер өлөшө иҫәпләнә.

– Ставканың 15 процентҡа тиклем субсидияланыуы күсемһеҙ милек баҙарында тәҡдимдәрҙең артыуына һәм төҙөлөштә ихтыяждың көйләнеүенә йүнәлтелгән, – тип белдергән рес­публиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин.

Хөкүмәт сайтында аныҡланыуынса, банк йылына ставкаһы 15 проценттан артмаған кредит бирәсәк. Тап ошо осраҡта алып бөтөлмәгән килем сы­ғымын тәьмин итеүгә 7,5 процент ставканы ҡаплаясаҡ субсидия бүленәсәк. Был механизм ике яҡҡа ла бер юлы булышлыҡ итеү өсөн барлыҡҡа килгән: төҙөүселәр, аҡса етмәү сәбәпле, объектты төҙөп бөтмәү хәүефенән ҡотолһа, банк өсөн “насар” кредиттарҙың артыу хәүефе кәмей.

Ҡарарҙа әйтелеүенсә, яңы ҡағи­ҙәләр 2023 йылдың 31 декабренә тиклем рәсмиләштерелгән кредиттар өсөн ҡаралған. Шуны билдәләргә кәрәк: процент ставкаһын субсидиялауҙың элекке тәртибенән балалар баҡсаһын, мәктәптәрҙе, поликлиникаларҙы һәм муниципаль торлаҡ төҙөү буйынса проекттарҙы тормошҡа ашырған компаниялар ғына файҙалана ала ине.

 

Күпме етем бала торлаҡҡа мохтаж?

 

Башҡортостанда 11614 етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған бала йәшәй. Уларҙың 7565-е (65 процент) торлаҡҡа мохтаж булараҡ сиратта тора. Был һандар 2022 йылдың башына ҡарата билдәләнгән, тип хәбәр итә республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министр­лығының матбуғат хеҙмәте.

Закондарға ярашлы, етем балалар 14 йәшенән торлаҡҡа сиратҡа баҫа һәм бәлиғ булғандан һуң уны алыу хоҡуғына эйә була. 2020 йылда ошондай 805 кеше өй туйлаһа, 2021 йылда 762 кеше теркәлгән. Шул уҡ ваҡытта үҙенә тәғәйенләгән фатирын ала алмаған етем балалар күбәйә. Был барлыҡ төбәктәргә лә хас күренеш икән. Мәҫәлән, 2021 йылдың 1 ғинуа­рына уларҙың һаны Башҡортос­танда 4535 кеше тәшкил итһә, 2022 йыл башына был һан биш меңдән ашҡан.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас: