Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
17 Май 2022, 17:19

“Пенсияға сығырға күп тә ҡалманы инде...”

currenttime.tv
Фото:currenttime.tv

 “Бер тармаҡта эшләүемә өс тиҫтә йылдан ашыу инде. Тик буласаҡ пенсиям тураһында ныҡлап белмәйем. Бер уйлаһаң, күптән был хаҡта уйланырға, тикшереп торорға кәрәк булғандыр инде...

З. СОБХАНҒОЛОВА”.

 

 – Әлбиттә, һәр мәғлүмәт хаҡында ваҡытында ҡыҙыҡһынып тороу яҡшыраҡ. Тиккә генә, иртәгәһе көн тураһында бөгөн хәстәрлек күрергә кәрәк, тип әйтмәгәндәр. Был хаҡлы ялға сығыуға ла ҡағыла. Әйткәндәй, быйылдан Рәсәйҙең Пенсия фонды граждандарҙы ҡартлыҡ буйынса пенсия страховкаһы һәм пенсия йыйылмаһына бәйле хоҡуҡтары менән әүҙем таныштырасаҡ. Мәғлүмәттәр 45 йәше тулған ирҙәрҙең һәм 40 йәшен тултырған ҡатындарҙың дәүләт порталындағы шәхси кабинетына ебәреләсәк. Артабан мәғлүмәт өс йылға бер тапҡыр яңыртылып торасаҡ, – тип хәбәр итә Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлегенең матбуғат хеҙмәте.

Бөгөнгә илдә йәшәгән 740 меңдән ашыу, шул иҫәптән Башҡортостандан 18 меңдән ашыу кеше ошо мәғлүмәткә эйә булған да инде.

Рәсәй Пенсия фондының мәғлүмәт хатында граждандар ҡартлыҡ буйынса страховка пенсия хоҡуғы, хаҡлы ялға сығыу өсөн тағы күпме стаж кәрәклеге, шулай уҡ яҡынса пенсия күләме тураһында мәғлүмәтте белә ала. Был хаҡта хәбәрҙар булыу кешеләргә пенсия тураһындағы хоҡуҡтарын белеп кенә ҡалмай, үҙҙәренең мөмкинлектәрен баһаларға, кәрәккәндә, пенсия күләмен арттырыу тураһында хәстәрлек күрергә, стаж осорон асыҡларға, пенсия коэффициенттарын аныҡларға, шулай уҡ Пенсия фондында формалашҡан пенсия йыйылма аҡсаһы тураһында алдан белергә булышлыҡ итә.

Әгәр кемдеңдер дәүләт порталында иҫәп яҙмалары юҡ икән, был мәғлүмәтте Рәсәй Пенсия фондының клиент хеҙмәттәрендә алырға мөмкин. Тик бының өсөн үҙегеҙгә шәхсән мөрәжәғәт итергә тура киләсәк.

Әйткәндәй, 1 марттан хәрби пенсионерҙарҙың пенсияһы индексацияланды. Ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһы кеүек хәрби пенсионерҙарҙың да пенсияһы инфляциянан юғарыраҡ индексацияланды (8,6%).

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас: