Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
17 Май 2022, 17:22

Һәр кем файҙалана алырлыҡ булһын!

smklin.ru
Фото:smklin.ru

“Пандемияның медицина тармағына йоғонто яһағаны көн кеүек асыҡ. Шуныһы һөйөнөслө: республикала фельдшер-акушерлыҡ пункттары асыла...

З. ЗӘЙНИЕВ.

Өфө ҡалаһы”.

– Әйткәндәй, күптән түгел Рәсәй Федерацияһы Премьер-министры Михаил Мишустин Рәсәй Дәүләт Думаһында Хөкүмәттең 2021 йылғы эше тураһында отчет менән сығыш яһаны. Ул шулай уҡ илебеҙ граждандарына һәм иҡтисадына төп ярҙам саралары хаҡында ла телмәр тотто. Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин үҙенең отчет сығышында: “Былтыр төбәктәрҙә меңдән ашыу поликлиника ремонтланды. 37 меңдән ашыу берәмек медицина ҡорамалы, биш мең ярым махсус автомобиль һатып алынды. Уларҙа хәҙер табиптар һәм фельдшерҙар йыраҡ райондарға ла барып етә”, – тип белдерҙе.

Әйткәндәй, былтыр халыҡ файҙалана алырлыҡ һәм сифатлы медицина ярҙамы мәсьәләләренә айырым иғтибар бүленгән. Был хеҙмәттәр өсөн һаулыҡ һаҡлау тармағының матди-техник базаһын нығытыу буйынса саралар күрелгән.

2021 йылда Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау тармағы “Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын замансалаштырыу” төбәк программаһына ҡушылды, тип хәбәр итә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. 2021 – 2025 йылдарҙа амбулатория-поликлиника ойошмаларының ресурстар базаһын нығытыу өсөн яңы төҙөлөш, булғандары урынына алмаш объекттарҙы барлыҡҡа килтереү, үҙгәртеп ҡороу һәм капиталь ремонт буйынса саралар планлаштырылған. Былтыр был программаға ярашлы 24 медицина ойошмаһында капиталь ремонт атҡарылған.

 – Былтыр 81 фельдшер-акушерлыҡ пункты ҡуйылды һәм төҙөлдө, – тип белдерҙе Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Динара Еникеева. – Шул иҫәптән уларҙың һигеҙе һәм тағы ике табип амбулаторияһы капиталь рәүештә сафҡа индерелде. Биналарҙағы 22500 метр майҙан, тағы 6700 квадрат метрлыҡ ҡыйыҡ һәм 1700 метрлыҡ фасад ремонтланды.

2021 йылда шулай уҡ Төбәк программаһы нигеҙендә медицина ойошмаларындағы ҡорамалдарҙы, медицина изделиеларын алмаштырыу, йыһазландырыу эштәре атҡарылған. Шулай итеп, барлығы 572,9 миллион һумлыҡ 2561 берәмек ҡоролма килтерелгән. Быйыл тағы 1536 берәмек ҡорамал һатып алыу планлаштырыла.

31 медицина ойошмаһына 77 берәмек автомобиль транспорты килтерелгән, шул иҫәптән 25-е – илдең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы аша. Быйыл 85 автомобиль һатып алыуға килешеү төҙөлгән. Улар апрелдә килер тип көтөлә. Әйткәндәй, был автомобилдәр пациенттарҙы медицина ойошмаларына килтереү, тикшереү өсөн биологик материалдарҙы ташыу, алыҫ райондар өсөн дарыу препараттарын таратыу өсөн файҙаланыла.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас: