Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
18 Май 2022, 18:30

Бер көнлөк эш хаҡын күсерҙеләр

Был идеяны Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай парламентарийҙары тәҡдим иткәйне.

Бер көнлөк эш хаҡын күсерҙеләр
Бер көнлөк эш хаҡын күсерҙеләр

Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова етәкселегендәге министрлыҡ вәкилдәре, акцияға ҡушылып, Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч ҡалаһы халҡына бер көнлөк эш хаҡын күсерҙе. Был идеяны Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай парламентарийҙары тәҡдим иткәйне.

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы башҡа ведомстволар менән берлектә көн һайын мәжбүри күскенселәр проблемаларын хәл итә: уларға документтар, түләүҙәр юллайҙар, эшкә урынлаштырыуҙа ярҙам итәләр һәм башҡа проблемаларҙы хәл итәләр.

Мәғлүм булыуынса, Башҡортостанда Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына гуманитар ярҙам күрһәтеү өсөн иғәнә йыя башланылар. Аҡса Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч ҡалаһы халҡына ярҙам итеүгә йүнәлтелә.

Теләге булған һәр кеше асыҡ офертала күрһәтелгән реквизиттар буйынса аҡса күсерә ала.

Реквизиты Фонд Социальных целевых программ для перечисления средств:

ИНН 0274900243

КПП 027401001

ОГРН 1090200001825

ОКПО 61164359

ОКАТО 80401000000

адрес: 450078, г. Уфа, ул. Цюрупы, 17

р/с 40703810006000000514

в Башкирском отделении №8598 ПАО Сбербанк

к/с 30101810300000000601

БИК 048073601

Тел: (347) 2463876

Аҡсаны күсерер алдынан асыҡ оферта шарттары менән танышырға кәрәк.

Фото: Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: