Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
18 Май 2022, 22:00

Ғүмер ахырына еткәндә...

Республикалағы беренсе хоспис тураһында күңелде һыҙлатырлыҡ ролик төшөрөлдө.

Ғүмер ахырына еткәндә...
Ғүмер ахырына еткәндә...

Видеоның режиссеры – “Өмөт” хоспистарға ярҙам фондының идара ағзаһы Александр Семин. Роликты Мәскәүҙең Trehmer Production командаһы, шулай уҡ Башҡортостан белгестәре әҙерләгән.

Видео төшөрөр алдынан беҙҙең халыҡта кеше өсөн мөһим һәм ҡиммәтле төшөнсәләрҙе асыҡлау, республикала хоспистарға булышлыҡты үҫтереүҙең үҙенсәлектәрен төшөнөү буйынса стратегик эш тә алып барылған.

“Драматург, сценарийҙар яҙыусы Зөһрә Бураҡаеваға, эшкә бар күңелен һалған дуҫыбыҙ Саша Семинаға һәм, әлбиттә, Өфө хосписының попечителе Каринэ Хәбироваға ҙур рәхмәт. Унһыҙ төшөрөү мөмкин дә булмаҫ ине”, – ти Р. Сурначева.

Билдәле булыуынса, Өфөлә Башҡортостандағы беренсе хоспис төҙөлә. Был турала ҡарар “Өмөт” фондын төҙөгән Нюта Федермессер менән осрашыуҙан һуң 2019 йылдың авгусында республика Башлығы Радий Хәбиров тарафынан ҡабул ителгәйне. Башҡортостанда мөһим социаль объект булдырыу кәрәклеген йәмәғәтселәр, фондтар, ауыр сирлеләр һәм уларҙың ғаиләләре элек үк күтәреп сыҡҡайны.

Шул уҡ йылда коммерцияға ҡарамаған “Өфө хосписы” ойошмаһы төҙөлдө. Уның бурыстарына паллиатив пациенттарға өйҙәрендә ярҙам күрһәтеү, буласаҡ стационарҙың төҙөлөшөн күҙәтеү, персонал һәм ирекмәндәрҙе әҙерләү инә. Хәҙер ойошма 200-ҙән ашыу ғаиләгә ярҙам итә.

Өфөләге тәүге хоспис 60 карауатлыҡ урынға иҫәпләнгән. Бынан тыш, саҡырыуҙарға сыҡҡан бригадалар йөҙәрләгән кешегә өйҙәренә барып ярҙам күрһәтә ала. Стационарҙы асыу быйылға планлаштырылған, төҙөлөш иһә тулыһынса хәйриә ярҙамына алып барыла.

Башҡортостандың һәр кешеһе хоспис хәрәкәтен үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерә ала. Өфө хосписына ярҙам итергә теләгәндәр 3443 һандарына ХАИР һүҙе яҙылған СМС-хәбәр һәм хәйер суммаһын күрһәтеп СМС-хәбәр ебәрә ала, мәҫәлән, ХАИР 500; https://ufahospice.ru сайты аша ла ебәрергә мөмкин.

Сығанаҡ: "Өфө хосписы".

Фото: видеонан скриншот.

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: