2-3 июндә Мәскәүҙә беренсе тапҡыр Социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса форум ойошторола.
Был сара социаль өлкәлә хеҙмәттәр сифатын яҡшыртыу һәм граждандарҙың ихтыяждарын яҡлау буйынса милли социаль башланғысты тәьмин итеү маҡсатында атҡарыла. Форумды Стратегик башланғыстар агентлығы, Президент гранттары фонды һәм Силәбе өлкәһе хөкүмәте ойоштора. Сарала төрлө тормош хәлендәге граждандарға булышлыҡ итеүҙең яңы моделдәре эшләнәсәк. “Кеше ихтыяжын күрһәтеп, төрлө тормош хәле өсөн уңайлы һәм тиҙ алгоритмдың проектын төҙөй, ярҙам итә алабыҙ. Форумдан ҡайтҡан идара итеүселәр үҙ эшендә быны файҙалана алыр тип уйлайбыҙ”, - ти Стратегик башланғыстар агентлығы генераль директоры Светлана Чупшева.
Президент гранттары фонды генераль директоры Илья Чукалин форумдағы осрашыуҙарҙың файҙалы булырына ышаныс белдерҙе. Сарала шулай уҡ мәктәп уҡыусыларының үҙбилдәләнеше, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың, дәүләттең һәм эшҡыуарлыҡтың үҙ-ара эш итеүенең яңы ысулдары ҡараласаҡ.
Фото: pressaufa.ru