Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
19 Май 2022, 21:15

Ысын талант эйәһе

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Вил Тимербулатовты ҡотлаған һәм сәләмәтлек, именлек теләгән.

Ысын талант эйәһе
Ысын талант эйәһе

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙыуынса, шундай хирургтар бар, уларҙы – Хоҙайҙан, тиҙәр. Вил Мамил улы – тап шундайҙарҙан. Эш уның ғалим дәрәжәләрендә һәм исемдәрендә генә түгел: профессор, медицина фәндәре докторы, Рәсәй медицина фәндәре академияһының мөхбир-ағзаһы, Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир-ағзаһы, илдең атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы.

Ярты быуат тиерлек эшләһәң һәм камиллашһаң, тәжрибәгә эске һиҙемләү ҙә ҡушыла. Был иһә ысын талант. Ошо кеше артында – меңләгән уникаль операция һәм ҡотҡарылған ғүмер. Вил Мамил улы оҙаҡ йылдар республиканың медицина юғары уҡыу йорто ректоры вазифаһын биләне. Тап уның етәкселегендә Башҡортостан дәүләт медицина университеты Рәсәйҙең алдынғы юғары уҡыу йорттарының береһенә әйләнде. Ул етди ғилми мәктәп ойошторған. 120-нән ашыу уйланмаға патент алған, 29 фән докторы һәм 77 фән кандидаты әҙерләгән, әммә иң ҙур ғорурлығы, әлбиттә, балалары. Уның өлкән улдары уңышлы хирург булып танылды.

Вил Мамил улы ябай булмаған коронавирус менән көрәш осоронда сафта, беҙҙең менән булды. Республикабыҙҙағы ошондай тәжрибәле профессионалдың белеме һәм ойоштороу һәләте республикаға ҙур файҙа килтерә.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Вил Тимербулатовты ҡотлаған һәм сәләмәтлек, именлек теләгән.

Фото: Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһе.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: