Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
24 Май 2022, 10:19

Хеҙмәт баҙарында хәл тотороҡло

Көнсығыш мәшғүллек үҙәге сайтынан.
Фото:Көнсығыш мәшғүллек үҙәге сайтынан.

Ил иҡтисадына ҡарата санкциялар баҫымы шарттарында мәшғүллек өлкәһендә хәлдәр нисек? Хеҙмәт баҙарына ниндәй дәүләт ярҙамы ҡаралған? Ошо һәм башҡа мәсьәләләр тураһында Көнсығыш мәшғүллек үҙәгенең Учалы филиалы директоры Юлай Рыҫҡолов менән һөйләштек.

 

– Бөгөн Учалы районында 308 эшһеҙ иҫәпләнә, эшһеҙлек кимәле – 0,84 процент. Сағыштырыу өсөн: былтыр ошо мәлдә 646 кеше теркәлгән. Хеҙмәт баҙарында хәл тотороҡло. БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡушыуы буйынса, даими мониторинг уҙғарып торабыҙ. Санкциялар шарттарында иҡтисади хәл беҙҙең предприятие-учреждениеларға әлегә ныҡ тәьҫир итмәне. Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты, тегеү фабрикаһы, Саңғалыҡ диорит карьеры, АТП, РИВС йәмғиәте һәм райондың башҡа сәнәғәт предприятиелары ҡәҙимге тәртиптә эшләй.

Ҡулланыусылар һорауы кәмегән бер нисә предприятиела ғына ауырлыҡтар күҙәтелеүе ихтимал. Уларға, мәҫәлән, көнкүреш техникаһы менән сауҙа итеүсе компаниялар инә. Хәүеф төркөмөнә ҡараған предприятиеларҙы, әлбиттә, дәүләт ярҙамынан айырмаясаҡ.

 Яҙҙан башлап көҙгә тиклем урындағы хеҙмәт баҙары ресурстарының әүҙем хәрәкәте күҙәтелеүгә ҡарамаҫтан, әлеге ваҡытта 476 вакансия иҫәпләнә. Мәҫәлән, көндәр йылыныу менән юл-төҙөлөш һәм алтын сығарыу предприятиелары эше йәнләнә. Көҙ етеп, эш миҙгеле ябылһа, эшселәр мәшғүллек үҙәгендә теркәлә. Шул уҡ ваҡытта мәктәп, балалар баҡсаларының, башҡа учреждениеларҙың ҡаҙанлыҡтарында эшләгән операторҙар йәйге миҙгелдә ваҡытлыса эшһеҙ ҡала. Дөйөм алғанда, хеҙмәт баҙарындағы хәл һәр ваҡыт үҙгәреп тора.

– Эшһеҙлек буйынса иҫәпкә тороу өсөн мотлаҡ мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итергә кәрәкме?

– Эшһеҙ ҡалғандарҙың күп өлөшө “Рәсәйҙә эш” порталы аша үҙаллы теркәлә. Кем быны эшләй алмай, беҙгә килә. Белгестәр компьютерҙа ғариза яҙырға, резюме тултырырға ярҙам итә. Үҙәккә көнөнә уртаса өс тиҫтәләп кеше мөрәжәғәт итә, һәр береһе кәрәкле мәғлүмәт ала.

– Күптән түгел Учалыла эш урындары йәрминкәһе ойошторолдо. Ниндәй һөнәрҙәргә ихтыяж ҙур?

– Эйе, сарала райондың сәнәғәт, ауыл хужалығы, торлаҡ-коммуналь хужалығы, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, халыҡты хеҙмәтләндереү һәм башҡа өлкәләренә ҡараған 27 предприятие-учреждениеһы ҡатнашты. 

Эшһеҙлек буйынса иҫәптә торған 138 кешегә 200 вакансия тәҡдим ителде. Предприятие, ойошма вәкилдәре һәр хеҙмәт урыны буйынса тулы мәғлүмәт, кәңәштәр бирҙе. Йәрминкәлә бөтәһе 250-нән ашыу белгес ҡатнашты. Токарь, иретеп-йәбештереүсе, слесарь, теген ҡорамалы операторы, электр слесары, табип һөнәрҙәре менән ҡыҙыҡһыныусылар байтаҡ. Йәрминкәлә лә тап ошо белгеслектәр буйынса эшкә урынлашыусылар булды.

– Бөгөн эшһеҙлек буйынса пособиеның күләме ниндәй?

– Иң бәләкәй күләм – 1725 һум, иң ҙур пособие 14710 һум 80 тин тәшкил итә.

– Хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлекте кәметеү маҡсатында ниндәй дәүләт ярҙамы ҡаралған?

– Ярҙам программалары байтаҡ, һәр береһенең үҙ йүнәлеше, үҙенсәлектәре: етәкселәр, эшһеҙҙәр, ете йәшкә тиклемге бала тәрбиәләгән әсәйҙәр, инвалидтар, эшһеҙ ҡалыу хәүефе янаған граждандар өсөн айырым программалар бар. Республиканың мәшғүллек үҙәктәре сайттарында, “Рәсәйҙә эш” берҙәм порталында улар менән ентекләберәк танышырға мөмкин. Мәҫәлән, “Демография” милли проекты буйынса, граждандарҙың айырым категорияһы дистанцион тәртиптә бушлай уҡып, документ алырға хоҡуҡлы.

АСПК – социаль контракт нигеҙендә аҙ тәьмин ителгәндәргә адреслы ярҙам да бик кәрәкле алым. Уға ярашлы түбәндәгеләрҙән файҙаланырға мөмкин.

Эшкә урынлашырға. Аҙ тәьмин ителгән эшһеҙ кеше эшкә урынлашһа, уға өс ай дауамында мәшғүллек үҙәгенән эш хаҡына өҫтәмә рәүешендә 12000 һум түләнәсәк.

Эшҡыуарлыҡҡа тотонорға. Бизнес-планын комиссия алдында яҡлаған аҙ тәьмин ителгән эшһеҙ гражданға үҙ эшен асыу өсөн 250 мең һум бирелә. Ошо йүнәлеш буйынса беҙҙең районға 14 квота бүленгән. Әлеге ваҡытта 10 кеше үҙ эшен асты ла инде.

Яңы һөнәр алырға. Был осраҡта 30 мең һумға тиклем аҡса түләнә.

Башҡа алымдар ҙа тормошҡа ашырыла. Шул иҫәптән эшһеҙҙәрҙе йәмәғәт эштәренә йәлеп итеү. Әле, мәҫәлән, “Төҙөкләндереү”, “Дорзеленстрой” предприятиелары менән һөйләшеүҙәр алып барыла.

“Стажировка” программалары ла – һәйбәт алым. Ул ике йүнәлештә – инвалидтарға һәм һөнәри уҡыу йорттарын тамамлаусыларға тәғәйен. Сер түгел, диплом алып та, тәжрибәһе булмаған йәштәрҙе предприятие йә учреждение штатҡа индерергә ашҡынып тормай. Ә был программа буйынса кисәге студент (йә инвалид) килешелгән ваҡытҡа урынлаша, эш тәртибенә яҡшылап төшөнә, ә хеҙмәт хаҡын ошо осорҙа мәшғүллек үҙәге түләй. Һуңынан даими нигеҙҙә эште дауам итеүҙәре лә мөмкин.

– Эш эҙләүселәргә ниндәй кәңәш бирер инегеҙ?

– Әүҙемерәк булһындар, заман технологияларын өйрәнергә, белемдәрен камиллаштырырға тырышһындар. Эшләйем тигән кешегә вакансия һәр ваҡыт табыла. Үкенес, ҡайһы бер кешеләр, хатта йәштәр һис тә эшкә урынлашырға ашыҡмай. Ни өсөндөр “шунда уҡ бик күп түләрҙәр, үрләтерҙәр” тигән тормошҡа ашмаҫлыҡ хыял менән йәшәүселәр байтаҡ. Ата-әсәләр иһә балалары тормошта юғалып ҡалмаһын өсөн, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләп, яуаплылыҡ тойғоһон һеңдереп үҫтерһен һәм ошо хәҡиҡәтте төшөндөрһөн ине – тиҙ генә бер ни булмай бит ул донъяла, ә эшһөйәр кешене барыбер күрәсәктәр, үрләтәсәктәр. Хеҙмәттән ҡурҡмағандар ғына тормошта үҙ урынын таба.

– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт.

Римма Солтанова

Читайте нас: