Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
24 Май 2022, 22:15

Иғтибар үҙәгендә – балалы ғаиләләргә ярҙам

Радий Хәбиров Мәскәүҙә семинар-кәңәшмәлә ҡатнашты.

Иғтибар үҙәгендә – балалы ғаиләләргә ярҙам
Иғтибар үҙәгендә – балалы ғаиләләргә ярҙам

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй төбәктәренең балалы ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү өлкәһендге бурыстарына арналған семинар-кәңәшмәлә ҡатнашты. Сара Мәскәүҙә илдең Дәүләт советы президиумы ултырышы алдынан үтте. Ултырышты 25 майҙа Рәсәй Президенты Владимир Путин уҙғара. Унда семинарҙа ҡатнашыусылар индергән тәҡдимдәр тикшереләсәк.

Республиканың социаль сәйәсәт өлкәһендәге иң яҡшы практикалары Дәүләт советы ултырышын йомғаҡлау докладына ингән. Башҡортостандағы ғаиләләргә, дөйөм алғанда, 20-нән ашыу төрҙә пособие түләнә һәм социаль ярҙам сараһы күрһәтелә. Улар иҫәбендә – мәктәпкәсә белем биреү сертификаттары, һалым льготалары, торлаҡ йорттарға газ үткәреүгә сертификаттар.

Пособиелар рәүешендәге дәүләт ярҙамын өс йәштән ете йәшкә тиклемге сабыйҙары булған, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр алыу мөмкинлегенә эйә. 1 апрелдән Рәсәй Президенты Владимир Путиндың күрһәтмәһенә ярашлы, бындай ғаиләләргә һигеҙ йәштән 17 йәшкә тиклемге балаға ла аҡсала пособие түләнә. Май айына ҡарата Башҡортостандағы ата-әсәләр өс йәштән ете йәшкә тиклемге 88,5 мең балаға 3,6 миллиард һум, һигеҙ йәштән 17 йәшкә тиклемге 63 мең балаға бер миллиард һумдан ашыу аҡса алған.

Ишле ғаиләләр айырым иғтибар үҙәгендә. Ундайҙар республикала – 46,3 меңдән ашыу. Мәҫәлән, 23 йәшкә тиклемге һигеҙ һәм унан күберәк балаһы булған ғаиләләргә бер тапҡыр 622,8 мең һум аҡса түләнә. 2021 йылда 32,5 миллион һумлыҡ аҡсалата түләүҙе 52 ғаилә, ә быйыл тәүге кварталда 8,1 миллион һумды 13 ғаилә алған.

Бынан тыш, быйыл республика Хөкүмәте ғаиләләргә 136,8 миллион һумлыҡ өҫтәмә ярҙам сараларын раҫланы. Тағы ла 14,6 миллион һумды ошо маҡсатҡа Тормошта ауыр хәлгә тарыған балаларға ярҙам фонды бүлде.

Фото: glavarb.ru/rus/press

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: