Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
25 Май 2022, 21:20

Йәнә балаларға пособие тураһында

Финанс министры балаларға айлыҡ аҡсалата түләү мәсьәләһе буйынса кәңәшмә үткәрҙе.

Йәнә балаларға пособие тураһында
Йәнә балаларға пособие тураһында

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – финанс министры Лира Иғтисамова өс йәштән ете йәшкә һәм һигеҙ йәштән 17 йәшкә тиклемге балаларға айлыҡ аҡсалата түләү мәсьәләһе буйынса кәңәшмә үткәрҙе.

Унда Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһе, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Дәүләт идаралығының һанлы үҫеше министрлығы һәм Республикаға идара итеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

"Әле өс йәштән ете йәшкә тиклемге 88,5 меңдән ашыу бала 3,6 миллиард һумлыҡ һәм һигеҙ йәштән 17 йәшкә тиклемге 63 мең бала бер миллиард һумдан ашыу күләмдә пособие алған", – тине Лира Иғтисамова.

Өс йәштән ете йәшкә тиклемге сабыйҙарға пособие тураһындағы ентекле мәғлүмәт менән Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының рәсми сайтындағы, ә һигеҙ йәштән 17 йәшкә тиклемгеләргә пособие тураһындағы яңылыҡтар менән Рәсәй Пенсия фонды сайтындағы махсус бүлектәрҙә танышырға була.

Фото: institut-mvd.ru/news

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: